Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Модулле кадр үҙәктәре булдырыла

Мәшғүллек үҙәктәре модернизацияланасаҡ пилотлы төбәктәр исемлегенә индерелеүебеҙ тураһында хәбәр итә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Үҙгәрештәр барлыҡ селтәргә лә ҡағыла. Башҡортостанда “Рәсәйҙә эш” тигән 69 кадр үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк. Өс кадрҙар үҙәге алдан уҡ булдырылды. Улар Стәрлетамаҡ, Нефтекама һәм Өфөнөң Орджоникидзе районында эшләп килә. Быйыл “Демография” милли проекты сиктәрендә (национальный проект “Демография”) 633 миллион һум аҡса бүленәсәк. Шул иҫәптән 426 миллион һум федераль бюджеттан. Был аҡсаға капиталь һәм ағымдағы ремонт эшләнәсәк, ҡорамал һәм йыһаздар алынған. Өфөлә идара итеүсе Мәшғүллек үҙәге булдырыу ниәтләнә. Ул “Артерия” бизнес үҙәгендә өс ҡатты биләйәсәк. Модулле мәшғүллек үҙәктәре яңы ваҡиға буласаҡ. Улар биналар талаптарға яуап бирмәгән урындарҙа барлыҡҡа килә. Барлығы ун модуль төҙөлә. Сибайҙа һәм Дыуан районы үҙәгендә был эштәр башланған. Был маҡсатта республика ҡаҙнаһынан 32,4 миллион һум аҡса бүленгән.

Мәшғүллек үҙәктәре модернизацияланасаҡ пилотлы төбәктәр исемлегенә индерелеүебеҙ тураһында хәбәр итә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. Үҙгәрештәр барлыҡ селтәргә лә ҡағыла. Башҡортостанда “Рәсәйҙә эш” тигән 69 кадр үҙәктәре барлыҡҡа киләсәк. Өс кадрҙар үҙәге алдан уҡ булдырылды. Улар Стәрлетамаҡ, Нефтекама һәм Өфөнөң Орджоникидзе районында эшләп килә. Быйыл “Демография” милли проекты сиктәрендә (национальный проект “Демография”) 633 миллион һум аҡса бүленәсәк. Шул иҫәптән 426 миллион һум федераль бюджеттан. Был аҡсаға капиталь һәм ағымдағы ремонт эшләнәсәк, ҡорамал һәм йыһаздар алынған. Өфөлә идара итеүсе Мәшғүллек үҙәге булдырыу ниәтләнә. Ул “Артерия” бизнес үҙәгендә өс ҡатты биләйәсәк. Модулле мәшғүллек үҙәктәре яңы ваҡиға буласаҡ. Улар биналар талаптарға яуап бирмәгән урындарҙа барлыҡҡа килә. Барлығы ун модуль төҙөлә. Сибайҙа һәм Дыуан районы үҙәгендә был эштәр башланған. Был маҡсатта республика ҡаҙнаһынан 32,4 миллион һум аҡса бүленгән. Бишбүләк, Бүздәк, Мишкә, Туймазы райондарына модулдәр алыу 57,5 миллион һумға барып баҫа. Шундай уҡ сумма Иглин, Ауырғазы, Баҡалы, Благовар райондарында модулдәр төҙөүгә кәрәк буласаҡ. Тышҡы үҙгәрештәрҙән тыш эштең үҙендә лә яңылыҡтар бар. Был саралар ил Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә. Фото: “Башҡортостан” ДТРК-һы.