Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Урзик" ялға ҡайтты

“Урзик” позывнойлы яугир бына ете йыл инде беҙҙең тыныслыҡты һаҡлай, Тыуған илгә хеҙмәт итә. Был йылдар эсендә үҙен ысын һуғышсы, профессионал итеп күрһәтте ул. Шул ҡәҙәре йыл хәрби хеҙмәттә булғандан һуң контракт буйынса махсус хәрби операцияға китә. Әле ул тыуған яғы Благовар районына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты, тип хәбәр итә “Благоварские вести”. “Урзик” химия разведкаһында хеҙмәт итә, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса яуаплы бурыстарҙы үтәй. Уның намыҫлы хеҙмәт итеүе тураһында күп һанлы наградалары һөйләй: “Батырлыҡ өсөн”, “Махсус хәрби операциялағы хеҙмәте өсөн”, Жуков миҙалы... Ялға ҡайтҡан осорҙа яугир Благовар районы хакимиәте башлығы Марат Йосопов менән осрашты һәм алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән яҡташтарының сәләмен, ярҙамдары өсөн рәхмәтен тапшырҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына

“Урзик” позывнойлы яугир бына ете йыл инде беҙҙең тыныслыҡты һаҡлай, Тыуған илгә хеҙмәт итә. Был йылдар эсендә үҙен ысын һуғышсы, профессионал итеп күрһәтте ул. Шул ҡәҙәре йыл хәрби хеҙмәттә булғандан һуң контракт буйынса махсус хәрби операцияға китә. Әле ул тыуған яғы Благовар районына ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтты, тип хәбәр итә “Благоварские вести”. “Урзик” химия разведкаһында хеҙмәт итә, хәүефһеҙлекте тәьмин итеү буйынса яуаплы бурыстарҙы үтәй. Уның намыҫлы хеҙмәт итеүе тураһында күп һанлы наградалары һөйләй: “Батырлыҡ өсөн”, “Махсус хәрби операциялағы хеҙмәте өсөн”, Жуков миҙалы... Ялға ҡайтҡан осорҙа яугир Благовар районы хакимиәте башлығы Марат Йосопов менән осрашты һәм алғы һыҙыҡта хеҙмәт иткән яҡташтарының сәләмен, ярҙамдары өсөн рәхмәтен тапшырҙы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондары аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәктең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Фото:”Благоварские вести”.