Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, атҡаҙанған педагог тыуған көнөн билдәләй. Өфөлә атҡаҙанған уҡытыусы Клавдия Жданова 103 йәшен билдәләгән. Оло йәштә булыуға ҡарамаҫтан Клавдия Федоровна ҡунаҡтар килеүенә шат. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ауыр һынауҙар осорона тура килгән тормошо тураһында ихлас һөйләй. Әле лә шиғырҙарҙы яттан белеүе һоҡланыу уята. Клавдия Жданова фиҙакәр хеҙмәте өсөн “Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы” исеменә, “Бөйөк Ватан һуғышында намыҫлы хеҙмәте өсөн” миҙалына, “Халыҡ мәғарифы отличнигы”, “РСФСР Педагогик йәмғиәтендә әүҙем хеҙмәте өсөн” билдәләренә лайыҡ булған. Клавдия Федоровнаны ҡотлайбыҙ! Һаулыҡ һәм тыныс тормош теләйбеҙ! Фото: асыҡ сығанаҡтан.