Былтыр йәй Күгәрсен районының Воскресенское ауылында фажиғәле хәд булды. Lada Priora машинаһы тәгәрмәсе аҫтында 20 йәшлек Сабрина Ильясованың ғүмере өҙөлдө. Ошо көндән ҡыҙҙың әсәһе Валентина Ильясованың тормошонда тыныслыҡ бөтә. Бәхетһеҙ осраҡ төндә була. Сабрина төнгө сменанан ҡайтып килгән була. Ул ауылдағы АЗС-та кассир булып эшләгән һәм ҡуртымға йорт алып йәшәгән. Ҡапыл юлда машина килеп сыға. Уның руле артында 17 йәшлек Илназ Солтанов ултырған була. Егеттең водитель таныҡлығы булмай, ул машина хужаһы рөхсәте менән рулгә ултыра. Билдәле булыуынса, егет ныҡ иҫерек булған, ә ҡайһы бер ауылдаштары әйтеүенсә, рөхсәт ителмәгән матдәләр ҙә ҡулланған булған. Пассажир урынында автомобилдең 29 йәшлек хужаһы ла ултырған. Бер мәлдә водитель юл ситенән китеп барған ҡыҙҙы тапата һәм кәртәгә барып бәрелә. Бәрелеш ныҡ көслө була, ҡыҙ табиптар килгәнсе вафат була. Урынға килгән полиция хеҙмәткәрҙәре водителдең иҫерек булыуын билдәләй. Уға һәм пассажирға бер нимә лә булмай. Авария буйынса енәйәт эш