“Изгелеккә изгелек менән яуап ҡайтар” тиһәләр ҙә, тормошта барыһы ла ҡағиҙәләргә ярашлы түгел шул. Сәлиә исемле геройымдың яҙмышы ла уйға һалырлыҡ. Түшәктән тора алмаған ирен аяҡҡа баҫтырғас, рәхмәт әйтер урынға йәшерәк ҡатынға сығып китә ул. ...Сәлиә менән Айҙар – класташтар һәм күршеләр. Бер-береһенә ҡарата һөйөү хистәре бик йәшләй барлыҡҡа килде. Мәктәпте тамамлап, һөнәр алырға ваҡыт еткәс, икеһе лә бер ҡалаға юлланды: Сәлиә – медицина училищеһына, Айҙар – ауыл хужалығы техникумына. Ҡулдарына диплом алыуға туй көндәрен дә билдәләп ҡуйҙылар. Ығы-зығылы ҡала тормошон үҙ итмәй, тыуған ауылдарын һағынып ҡайтты улар. Атай-әсәйҙәре ер биләмәһе алып ҡуйғайны. Сәлиә ауылда – фельдшер, Айҙар зоотехник булып эшкә урынлашып йәшәп алып киттеләр. Бер-береһе өсөн өҙөлөп торҙолар. Икеһе лә бер төптән тартҡас, тормоштары ла алға барҙы. Бер нисә йыл тигәндә, матур итеп йорт төҙөп ултырттылар. Өйҙәренең ҡотон арттырып улдары Салауат тыуҙы.Киләсәккә яңы маҡсаттар ҡуйып йәшәп ятҡанда ғаиләгә бәлә к