Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика интернат-гимназияһының сығарылыш уҡыусыһы Вилдан Мәжитов мәктәпте ҙур уңыштар менән тамамлай, бигерәк тә физика буйынса берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырыуы һөйөндөрә. Өмөтлө егет киләсәген теүәл фәндәр менән бәйләргә теләй. – Бөгөн шатлыҡлы ла, моңһоу ҙа тойғолар кисерәм. Бер яҡтан, оло тормошҡа аяҡ баҫыуыма ҡыуанһам, икенсе яҡтан, яратҡан гимназиямдан, уҡытыусыларымдан һәм дүрт йыл буйы бергә уҡыған һабаҡташтарымдан айырылғым килмәй. Директорыбыҙ Илнур Рифат улы Сәлиховҡа, уҡытыусыларға, тәрбиәселәргә, шулай уҡ өҫтәмә белем биреү педагогтарына, ашнаҡсыларға, табиптарға, йыйыштырыусыларға – бөтәһенә лә оло рәхмәт. Класс етәксебеҙ, физика уҡытыусыһы Гөлдәр Вәис ҡыҙы Әхмәтова менән тәрбиәсебеҙ Фәүзиә Манъюл ҡыҙы Шафиҡова алдында бигерәк тә рәхмәтлебеҙ, бурыслыбыҙ. Беҙ бер ҡасан да гимназиябыҙҙы онотмаҫбыҙ! – тип тойғолары менән уртаҡлашты Вилдан. Хәйбулла районының Әбеш мәктәбен быйыл өс уҡыусы – ике егет һәм бер ҡыҙ тамамлай. Улар