Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәштәр, күңеллеләр һәм әүҙемдәр байрамы!

Бөгөн Сибайҙың ҡыҙ һәм егеттәре Балалар ижады үҙәгендә Йәштәр көнөн байрам итте. Бында төрлө майҙансыҡтар асылды: йәштәр фитнес-зарядкала ҡатнашты, үҙ көсөн армреслингта һынап ҡараны, ҡыҙҙарға сәс һәм макияж яһаны. Йәштәрҙе байрам уңайынан ҡала хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Ишемғолова сәләмләне. Сарала ҡатнашыусыларҙың алҡыштары аҫтында ҡаланың йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға тос өлөш индергән йәш быуындың иң әүҙем вәкилдәре рәхмәт хаттары һәм почет грамоталары менән бүләкләнде. Йыл дауамында улар социаль проекттарҙы тормошҡа ашырған, патриотик, экологик һәм социаль акцияларҙа ҡатнашҡан һәм муниципалитеттан танылыу яулаған. Шулай уҡ байрам сараһы күңелле йыр-моң, дәртле дискотека менән тамамланды. Фото: Сибай ҡала хакимиәте сайтынан