Йәштәрҙә илһөйәрлек тойғоһон нығытыуға йүнәлтелгән концерттар, һөнәр һайлау һәм эш табыу буйынса консультациялар, вакансиялар йәрминкәһе, Өфө ҡалаһының 450 йыллығына арналған күсмә музей менән танышыу, спорт ярыштары кеүек әүҙемлектәрҙә йәштәр генә түгел, балалар һәм оло йәштәгеләр ҙа ихас ҡатнаша. Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙәргә хаттар яҙыу, күмәкләп маскировка селтәрен үреү, ялға ҡайтҡан ҡаһармандарҙың үҙҙәре менән осрашыу Йәштәр көнөнә айырым мәғәнә өҫтәй. Өфөлә йәштәргә арналған мәҙәни саралар иртәгә – 30 июндә лә дауам итә. Ағиҙел ярында киске сәғәт 5-тә йәштәр фестивале башлана. Программала йәштәр стенд-ап, граффити-фестиваль, фиджитал турнир, йәштәр баристаһы конкурсы, киләсәктә Ғаилә йылында айырыуса көнүҙәк буласаҡ балалар һәм йәш ғаиләләр өсөн оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Кисәнең төп ҡунаҡтары – популяр артистар: Inst Rinna, BABEKRISBABE, Lesha Mironov, Sunshine & Vostorg, VITA SAMURAI һәм ZAINETDIN. Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса идаралығынан.