Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Уларҙың да эшләгеһе килә!

Ышаныслы аҙымдар ҡыуандыра Ошо көндәрҙә Өфөлә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам мәсьәләләренә арналған онлайн-конференция үтте. Унда ҡатнашыусылар үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, етди һорауҙар буйынса фекер алышты. Тәүге һүҙҙе Мәскәү ҡалаһынан “Профессиялар мәктәбе”н асҡан, “Төрлө орлоҡтар” инклюзив кафеһына нигеҙ һалған Юлия Володина алды. “Ҡыҙҙарым үҫеп еткәс, үҙемде ҡыҙыҡһындырған бер проблема өҫтөндә уйлана, өйрәнә башланым. Аутизмға юлыҡҡан балаларҙы төрлө һөнәрҙәр менән таныштырыу өсөн белем биреү проектын тормошҡа ашырырға ниәтләнем. Аутизмға дусар һәм һаңғырау үҫмерҙәр өсөн ике программа әҙерләнем. Тора-бара был эштәр генә мине ҡәнәғәтләндермәй башланы. 2022 йылдың аҙағында “Төрлө орлоҡтар” тип аталған кафе асып, менталь үҙенсәлектәргә эйә үҫмерҙәрҙе эшкә урынлаштырыу идеяһы менән яндым. Предприятие тулы циклда эшләргә тейеш ине. Тәмле аш-һыу, кофе, десерт – бөтәһе лә бар. Ни өсөн бындай кафены асыу кәрәк булды, тип һорарһығыҙ. Менталь үҙенсәлектәре булған балаларҙы аралашырға, һөйләшергә, эшләргә өйрәтеү – ҙур мөһим эш. Предприятиелағы 20 хеҙмәткәрҙең 13-ө тап ошо менталь үҙенсәлекле үҫмерҙәр. Улар ашнаҡсы ярҙамсыһы, бариста, официант булып эшләй. Үҫмерҙәр дәүләт тарафынан социаль ярҙам, пособиелар ала, әммә уларҙың да эшләгеләре килә! Бөгөн йөҙгә яҡын 18 йәштән өлкәнерәк егет-ҡыҙ кафеға эшкә сығырға әҙер, улар сираттың килеп етеүен көтә. Ә үҫмерҙәрҙең 35-е өсөн коммуникатив төркөмдәр ойоштороп, махсус программалар әҙерләнек. Рәсәйҙә аутизмға дусар 800 меңдән ашыу хеҙмәткә һәләтле йәштәге кеше йәшәй. Әҙерлек булғанда, уларҙың күпселеген эш менән тәьмин итергә мөмкин булыр ине. Кафела 200-ҙән ашыу ҡыҙыҡлы саралар үткәрҙек. Былтыр Росбанктан “Башҡаса башла” акселераторының гран-приһын алдыҡ. Аутистар – бик тотороҡло, алдаша белмәгән, саф күңелле балалар. Тулыһынса һауыҡтырып булмаһа ла, иҫбатланған заманса ысулдар ярҙамында уларҙың телмәрен һәм аралашыу һәләтен үҫтерергә, социаль күнекмәләрҙе үҙләштерергә, уйнарға һәм йәштәштәре менән уртаҡ тел табырға өйрәтергә мөмкин”, – тип эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты Юлия Володина. “Үҙаллылыҡ тәрбиәләйбеҙ” Стәрлетамаҡ ҡалаһынан “Сияние чистого разума” автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошма етәксеһе Светлана Котлярованың тормош һәм хеҙмәт юлы күптәр өсөн фәһемле булыр ине. “Минең улым да сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың береһе. Уға 13 йәш. 2020 йылдың авгусында аутистик спектр тайпылыштары булған балалар өсөн үҙәк ойошторҙом, коллектив тырышлығы менән гранттар ота башланыҡ. Бар уңыштар ҙа ата-әсәләрҙең әүҙемлеге, ярҙам ҡулы һуҙыуы арҡаһында. Әле 250-нән ашыу бала аутистик спектр тайпылыштарына дусар. Йәйге лагерь балалар өсөн бик йөкмәткеле, мауыҡтырғыс саралар менән үтә. Арт-терапия, балсыҡтан әйберҙәр яһау, инклюзив оҫтахана үҫмерҙәр өсөн яңы күнекмәләргә эйә булырға ярҙам итә. Һөнәрҙәр менән таныштырыу, йүнәлеш биреү йәш быуынды тәрбиәләүҙә мөһим эш. Йәйге инклюзив лагерҙың тәүге сменаһында киләсәктәре, кем булыуҙары тураһында уйлана башлаған үҫмерҙәр, ата-әсәләр йыйылды. “Мәрхәмәт” фонды менән хеҙмәттәшлек тәжрибә туплауҙа айырыуса отошло булды. Балаларға иртә осорҙа системалы ярҙам итеүҙең һөҙөмтәле булыуына ышандыҡ. Үҙенсәлекле балалар өсөн тәү сиратта нимә мөһим? Әлбиттә, үҙаллылыҡ. Шуға күрә белгестәребеҙ бөтә көстө уларҙы тормошҡа яраҡлаштырыу, күнекмәләрҙе үҫтереү өҫтөндә эшләй. Мәҫәлән, бөгөн тәрбиәләнеүселәребеҙ магазинға барып, аҙыҡ- түлек һатып алды, кассала үҙҙәре иҫәпләште, үҙәктә педагогтар ярҙамында тәмле кекстар бешерҙе, ә аҙаҡ күмәкләп сәй эстек! Бындай аралашыу үҙе бәхет түгелме ни? Инклюзив занятиелар Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында үтә. Йыш ҡына аутистик спектр тайпылыштары булған балаларҙа телмәр насар үҫешә. Ә тел, белеүебеҙсә, кешенең башҡалар менән аралашыуы, белем алыуы, йәшәүҙән ҡәнәғәтлек табыуы, йәмғиәт тормошонда ҡатнашыуы өсөн бик кәрәк. Махсус системалар, ысулдар, проекттар ярҙамында хәҙер был ауырлыҡтар ҙа хәл ителә, сәләмәтлек мөкинлектәре сикләнгәндәрҙең тормошо еңеләйтелә. Быйыл май аҙағында Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының ғилми советы “Балаларҙа аутистик спектр тайпылыштары” клиник тәҡдимдәренең яңыртылған проектын хупланы. Тимәк, аутизмға дусар балаларға сифатлы, фәнни яҡтан нигеҙләнгән ярҙамға хоҡуҡ йәнә юғары рәсми кимәлдә яҡындағы өс йылға раҫланды тигән һүҙ. Һәр табип заманса фәнни белемгә нигеҙләнеп, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларға ярҙам күрһәтергә бурыслы”, – тип балалар мәнфәғәттәренең, законлы хоҡуҡтарының яҡланыуына ҡәнәғәтлек белдерҙе Светлана Евгеньевна. “Ата-әсәләр – уң ҡулыбыҙ” “Мәрхәмәт” фонды етәксеһе Айгөл Рәшит ҡыҙы Гәрәева Балаларҙы үҫтереү үҙәгендәге “РАСту по ступенькам” комплекслы ярҙам системаһы менән таныштырҙы. Бында йыл әйләнәһенә сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән педагогтар шөғөлләнә. Һәр яҙ һайын улар ата-әсәләр алдында отчет концерты менән сығыш яһай. Гранттар ярҙамында байтаҡ эштәр тормошҡа ашырылған: 150 баланың үҫеш кимәле асыҡланып, һәр береһе менән шәхси үҫеш планы төҙөлгән; шунса бала аралашыуҙы яҡшыртыу буйынса терапия үткән; вебинарҙар үткәрелгән; лагерҙа үҫмерҙәр һәм ата-әсәләр менән берлектә смена ойошторолған. Ата-әсәләрҙең күп йылдар дауамында эшләп килгән “Бусинка” клубы айырым иғтибарға лайыҡ. Клубтың атамаһы тәрән мәғәнәгә эйә. Ата-әсәләр ошо ынйы мәрйендәре кеүек теҙелешеп, ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-береһенә терәк булып, балаларының үҫеүе, тәртибе, холоҡ-фиғеле, фекерләүе менән формалаша барһа ла, улар шәхес булып ҡала. Айырыуса үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыу, эс серҙәрең менән уртаҡлашыу мөмкинлеге ҡиммәт. Ата-әсә хәл ителмәҫтәй тойолған ҡайһы бер ауыр мәсьәләләрҙе тап ошонда сисеү юлдарын, башҡаларҙың тәжрибәһенә таянып, аяныслы ваҡиғаларҙан да сығырға көс таба. – Республикала 18 йәшкә тиклем өс меңдән ашыу аутистик спектр тайпылыштары булған бала бар. Иртә осорҙа улар менән шөғөлләнә башлау яҡшы һөҙөмтә бирә. Рәсәй Федерацияһы Президенты эргәһендәге Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова - Белова гранты ярҙамында “Мәрхәмәт” фонды менән берлектә эшләнгән проекттың – Стәрлетамаҡта сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән балаларға иртә осорҙа ярҙам күрһәтеү үҙәге асылыуын түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ, – тине Светлана Котлярова. – Был эш еңел түгел. Әммә беҙ ата-әсәләр иңенә төшкән көсөргәнеште кәметеү, ғаиләнең тормош сифатын яҡшыртыу өсөн ҡулдан килгәндең бөтәһен дә эшләргә тырышасаҡбыҙ. *** Белгестәрҙең әйтеүенсә, баланың мөмкинлектәрен асыҡ белергә һәм артыҡ юғары бурыстар ҡуйырға ярамай. Бала өлкәндәрҙең эске торошона бик һиҙгер, уларҙың хәүефләнеүен, ҡаушауын тиҙ тоя. Баланың аҙ ғына уңышҡа өлгәшеүе өсөн дә ваҡыт, сабырлыҡ кәрәк, яһалма рәүештә уның үҫешен тиҙләтергә ярамай, тип кәңәш итә эксперттар. Аутизм – нейроүҫештең үҙенсәлеге, ул ғүмерлеккә һаҡлана. Әммә төрлө ысулдар ярҙамында йәшәү сифатын яҡшыртырға мөмкин. Бының өсөн диагноздың мөмкин тиклем иртәрәк ҡуйылыуы һәм дауалауҙың башланыуы мөһим. Аутизмға дусар балаларҙа интеллект түбән, тигән ҡараш дөрөҫ түгел, һәр баланың зиһен кимәле төрлөсә. Өлкән йәштә уларҙың яҡшы хеҙмәткәр, дисциплиналы, тотороҡло, тыңлаусан эшсе булыуы билдәле. Интеллект һаҡланғанда, улар киләсәктә үҙҙәренә ярашлы эш таба аласаҡ. Аутистик спектр тайпылыштарына дусар кескәйҙәрҙең балалар баҡсаһына, мәктәпкә йөрөүе һәм аҙаҡ институт тамамлауы ла мөмкин. Уңыштың нигеҙе – иртә диагностика, ярҙам итеүҙең шәхси планын төҙөү, балаға ғына түгел, уның яҡындарына ла даими ярҙам күрһәтеү. Ҡиммәтле ваҡытты күҙ уңынан ысҡындырғанда, аҙаҡ күнекмәләр һәм белем биреү ҡатмарлашасаҡ ҡына. Фото:https://vk.com/club203198533 https://vk.com/marhamat02