Найти тему
Башҡортостан гәзите

Янғында бәпес үлгән

Кискә ҡарай ауыр хәбәр еткерәбеҙ. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Бәләбәй районы Ыҫлаҡбаш ауылындағы шәхси йортта янғын сыға. Унда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер йәшлек баланың ғүмере өҙөлгән. Янғын тураһында хәбәр киске биштәр тирәһендә килә. Урынға тәүгеләрҙән булып килгән ирекле янғын һүндереүселәр бер йәшлек баланы аңһыҙ рәүештә өйҙән сығарған. Табиптар уның үлемен раҫлаған. Ағас йорт һәм һарай Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре тарафынан һүндерелгән, асыҡ янғын һүндерелгән, хәҙер конструкцияларҙы һүтеү эштәре алып барыла. Утты һүндереүҙә ете белгес һәм өс техника берәмеге ҡатнашҡан. Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының оператив төркөмө, шул иҫәптән һынау янғын лабораторияһы эксперты һәм тәүтикшереүсе ебәрелгән. Янғын сәбәбе асыҡлана. Ғаилә күп балалы, тағы ике бала күршеләрендә булған. Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығы.