Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һөйөү һәм тоғролоҡҡа һәйкәл ҡуйылды

Ошо аҙнала Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары журналистары өсөн Бөрө ҡалаһына матбуғат туры ойошторолдо. 1663 йылда янған ҡәлғә урынында барлыҡҡа килгән был ҡала –Рәсәйҙә боронғоларҙың береһе. Үҙенсәлекле архитектураһы менән айырылып тора ул. Боронғо урамдары, сиркәүҙәре, йорттары һәйбәт һаҡланған. Үҙенә генә хас традициялары ла бар. Ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ көнөнә арналған сараларҙы уҙғарыуҙы ла улар үҙҙәренең йолаһына әүерелдерҙе. Бынан тыш, “Бөрө алмалары”, “Бөрө билмәндәре” фестивалдәре лә ҡаланы танытыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Патефондан йыр тыңланыҡ Төп маҡсатыбыҙ Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған фестивалдә ҡатнашыу булһа ла, ҡаланың башҡа ҡыҙыҡлы урындары менән дә танышып өлгөрҙөк. Сәфәребеҙ төҙөк, матур бинала урынлашҡан музейҙан башланды. Бында 15 меңләп экспонат һаҡлана. Журналистарға хатта 70 йыллыҡ тарихы булған патефондан йыр тыңлау форсаты ла тейҙе. Музейҙың өлкән ғилми хеҙмәткәре Алексей Шамукаев мариҙарҙың милли кейеме тураһында һөйләне. Аҙаҡ “Ут Аллаһы” программаһы аша тәбиғи шарттарҙа ут алыу мөмкинлеген күрһәтте. Тауарҙары ил буйынса тарала Балалар уйынсыҡтарын етештереүсе “Спектр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эш ҡеүәтен арттыра бара. Журналистар үҙ күҙҙәре менән нисек уйынсыҡтар эшләнеүен күрҙе, хеҙмәткәрҙәр менән аралашты. Бында әле 250-гә яҡын кеше хеҙмәт итә. Киләсәктә майҙаны яҡынса 2500 квадрат метр тирәһе булған келәт төҙөү ниәтләнә. Һөҙөмтәлә элекке бинаға ҡойоу ҡорамалдары урынлаштырып, етештереүҙе тағы ла арттырыу планлаштырыла. “Матрешка” тегеү-сигеү производствоһы ла күптән үҙ һатып алыусыларын тапҡан. – Декрет ялында ултырғанда Интернет селтәрендә машина менән сигеү ысулын күреп ҡалдым, Был шөғөл миңә шул тиклем ныҡ оҡшаны, ошо эшкә тотонорға ҡарар иттем. Хәҙер инде теген машиналарыбыҙ бар. Заказдар буйынса күп эшләйбеҙ, шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең тәҡдимдәрҙе лә әйтәбеҙ, – тип һөйләне “Матрешка” тегеү һәм сигеү производствоһы етәксеһе Татьяна Ғайсина. Предприятиела алты ғына кеше хеҙмәт итһә лә, тауарҙары ил буйынса тарала. Ҡорамалдар алғанда эшҡыуарға ҡала хакимиәте лә ярҙам күрһәткән. Матбуғат турында журналистар Архангел Михаил сиркәүендә лә булды. Унда ла ҡала тарихына бәйле мөһим мәғлүмәттәр һаҡлана. Петр менән Феврония – ғаилә парҙары өсөн өлгө Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған фестивалдә Феврония һәм Петр Муромскиҙарға һәйкәл асылды. Унда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Петр менән Февронияға һәйкәл Башҡортостан Башлығы тәҡдиме буйынса Бөрөнөң Октябрь майҙанында урынлаштырылды. Былтыр декабрь айында республика Мәҙәниәт министрлығы иң яҡшы проектҡа конкурс иғлан итте. Скульптор Петр Добаевтың эскизы еңеү яуланы. Монумент изгеләр парын сағылдыра. Кенәз менән ҡатыны, ҡулға-ҡул тотоношоп, бер-береһенә ҡарап тора. Радий Хәбиров урындағы халыҡты, байрамға килгән ҡунаҡтарҙы тәбрикләп, скульптура композицияһы асылыуы менән ҡотланы. – Һәйкәлдең төп идеяһы шунда: һәр ғаилә ҙур диңгеҙҙә йөҙөп барған кәмәне сағылдыра. Унда тыныслыҡ, тәртип булғанда ғына кәмә ҡаршылыҡтарға бирешмәйәсәк. Петр менән Феврония бер-береһенә һөйөү, хөрмәт менән ҡарай. Ғаилә тормошоноң да төп мәғәнәһе шундалыр. Тоғролоҡта, мөхәббәттә йәшәү өлгөһөн күрһәткән был парҙы балалар ҙа килеп ҡарар, – тине Радий Хәбиров. Тантанала Башҡортостан митрополияһы башлығы, Рус православие сиркәүенең Өфө епархияһы идарасыһы, Өфө һәм Башҡортостан митрополиты Никон сығыш яһап, төбәк халҡы именлеге мәнфәғәтендә Башҡортостанды үҫтереү буйынса эшмәкәрлеге өсөн республика етәксеһенә рәхмәт белдерҙе. Был көндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатыны Каринэ Хәбирова менән Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөнә арналған тантаналы сараларҙа ла ҡатнашты. Төбәк етәксеһе ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуға өлөш индереүселәргә дәүләт наградаларын тапшырҙы. – Беҙҙең республикала ярты миллиондан ашыу ғаилә йәшәй, шул иҫәптән 60 мең тирәһе - күп балалылар. Бөгөн был майҙанға йыйылғандар араһында кемдеңдер атаһы, кемдеңдер улы махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәй. Барлыҡ республика исеменән һеҙгә һәм яугирҙәргә тәрән ихтирамымды белдерәм, – тине ул. Каринэ Хәбирова ла изге теләктәрен еткерҙе: – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөн бишенсе тапҡыр билдәләйбеҙ. Һәр бер кешенең тормошонда ғаилә мөһим урынды биләй. Тап унда һөйөү, ихтирам, бер-береңде хәстәрләү кеүек тойғолар тәрбиәләнә. Барығыҙҙың да ғаиләһендә мөхәббәт һәм гармония булыуын теләйем, – тине ул. Байрамда күп балалы ғаиләләрҙе тәбрикләү сараның мәртәбәһен арттырҙы. Килгән ҡунаҡтар концерт ҡарап күңел асты. Майҙан тулы күргәҙмәләр ҙә иғтибарҙы йәлеп итте, төбәгебеҙҙә төрлө һөнәр оҫталарының күплеген дәлилләне. Мәҫәлән, Өфөнән Лира Сирбаева үҙе бәйләгән әйберҙәрҙе алып килгәйне. – Мин һигеҙ йәштән бәйләйем. Уның серҙәрен өләсәйемдән өйрәндем, артабан үҙем ҡыҙыҡһынып киттем. Өҫтәл япмаларының төрлөһөн, ҡурсаҡтар бәйләйем. Халыҡ та яратып ала. Бөрө ҡалаһын яратам. Ул бәләкәй генә булһа ла, йылылыҡ бөркөлә. Бында килгән һайын килге килеп тора, – тип ихлас һөйләне әңгәмәсем. Әйткәндәй, Лира Аллабирҙе ҡыҙы быйыл үҙенең эштәре менән Мәскәүҙә ВДНХ-ла ла ҡатнашып ҡайтҡан. Бал һәм ағас сувенирҙар күргәҙмәһе хужалары ла байрамды йәмләне. Улар икеһе лә Бөрөнән булып сыҡты. Умартасылыҡ менән шөғөлләнгән Артем Черников үҙ продукттарын алып килгән. – Олатайым, атайым умартасы булды, уларҙың юлын мин дауам итәм. Алты йәштән умарталыҡта ярҙам итә торғайным. Хәҙер үҙемдең балаларҙа ла был һөнәргә ҡыҙыҡһыныу бар. Ситкә китмәнем, тыуған яғымды ныҡ яратам, – тине ул. Умартасы республика кимәлендәге конкурстарҙа ла еңеүҙәр яулаған. Ағастан төрлө сувенирҙар эшләгән Александр Герасимовтың да был шөғөлө бала саҡтан килә. Мәктәптә хеҙмәт дәрестәрендә барлыҡҡа килгән ҡыҙыҡһыныу ул. Төрлө милләт халыҡтарының йыр-бейеүҙәренән майҙандың гөрләп тороуы ла байрамды биҙәне. Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы – Удмурт тарихи-мәҙәни үҙәге коллективы эргәһенән халыҡ өҙөлмәне. Улар Тәтешле районынан килгәйне. – Бөрө ҡалаһына икенсе тапҡыр ошо байрамға киләбеҙ. Бик йылы, тыныс, матур ҡала булыуы менән күңелде тарта, – тине тәтешлеләр. Эргәләге майҙансыҡта Мишкә районының һәләттәренең сығышы яңғыраны. Тарихи-мәҙәни үҙәктең баш белгесе Алексей Ибулаев әйтеүенсә, улар “Аллаһ ҡыҙы” мари мифологияһынан өҙөк күрһәткән. Шулай уҡ “Ҡуян йорто” мари әкиәте буйынса әҙерләнгән ҡурсаҡ театрын да тамашасылар яратып ҡабул иткән. Бына шундай төрлө милләт халыҡтарының мәҙәниәтен сағылдырған, ғаилә ҡиммәттәрен күтәргән йылы байрам үтте Бөрө ҡалаһында. Белешмә Петр менән Февронияның тарихы “Петр һәм Феврония Муромскийҙар тураһындағы повесть” әҫәрендә яҙылған. Кенәз Петр Муром тәхетенә ултырғас, проказа сире менән ауырып китә. Бер саҡ ул Феврония исемле ҡыҙҙың уны дауалай алыуы тураһында төш күрә. Ул ҡыҙ сирлене һауыҡтыра, ә кенәз уны ҡатынлыҡҡа ала. Был ғаиләлә һәр ваҡыт үҙ-ара аңлашыу, ышаныс була. Легенда буйынса, кенәз менән ҡатыны бер көндә, 1228 йылдың 25 июнендә, яңы стиль буйынса 8 июлдә мәрхүм булған. Фекер Наталья КОСОЛАПОВА, Бөрө районы хакимиәте башлығының иҡтисад буйынса урынбаҫары: Бөрө ҡалаһы “Рәсәйҙең ваҡиғалы туризмы” номинацияһында Гран-при яулап, илдең туризм картаһында танылыу яуланы. Турист тармағында хеҙмәт итеүселәрҙең берләшеүе менән дә ошондай һөҙөмтәгә өлгәшелде. Эшҡыуарлыҡ вәкилдәре, ойошма етәкселәре, һөнәрселәр, белем биреү үҙәктәре тарафынан берлектә ҡаланы туризм өлкәһендә үҫтереү өсөн яңы идеялар эҙләнелә. Был йәһәттән уңыштар ҙа бар. Мәҫәлән, Бөрө музейына туристарҙың килеүе дүрт тапҡырға артты. Тиҙҙән Мәҙәни башланғыстар Президент фонды гранты һәм Башҡортостан Башлығы гранттары фонды иҫәбенә тағы ла ике музей барлыҡҡа киләсәк. “Бөрө сауҙагәрлеге” турист агентлығы ла үҙенең эшмәкәрлеген киңәйтә. Маршрут һандарын арттырып, Бөтә Рәсәй “Йыл маршруты” турист премияһында районға көмөш һәм бронза алып ҡайтты. Бөрөлә экотуризм да әүҙем үҫешә. Мәҫәлән, “Шәмсетдин” күле ил буйынса туристарҙы үҙенә йәлеп итә, унда ҡунаҡханалар ҙа барлыҡҡа килде. “Сауҡалыҡ” ял базаһы биләмәһендә боронғо стиль менән ағастан төҙөлгән “Терем” рестораны ла йыл әйләнәһенә ҡунаҡтарҙы ҡабул итә. Туристарҙы ҡыҙыҡһындырған урындар ҡалала артҡандан-арта бара. Быйыл ҡаланың турист үҙәген ҡороуға федераль һәм Башҡортостан бюджетынан субсидия алыуға конкурста һайлау үттек. Йыл аҙағына тиклем ҡалала өҫтәмә турист навигацияһы, туристар өсөн мәғлүмәт үҙәге, өҫтәмә иллюминация һәм башҡалар барлыҡҡа киләсәк. Башҡортостан Башлығы сайтынан һәм автор фотолары.