Өфөлә ағымдағы юл-төҙөлөш миҙгелендә “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә дөйөм оҙонлоғо 29 километрҙан ашыу булған 12 урам-юл селтәре участкаһы норматив хәлгә килтерелә. Бының өсөн республика һәм ҡала бюджеттарынан 673 миллион һум бүленгән. Бөгөнгә ике объектта эштәр тулы күләмдә тамамланған, өсәүһендә тамамланып килә. Унда ремонт 80 процентҡа үтәлгән. 8,5 километр оҙонлоҡтағы Өфө-Затон автомобиль юлының төньяҡ урау юлында юл хеҙмәткәрҙәре 140 мең квадрат метр самаһы майҙанға яңы япма һалды, ә Дим шоссеһында – 36 мең квадрат метрҙан ашыу. “Был юл участкалары ҡалабыҙҙың мөһим транспорт артериялары булып тора һәм улар буйлап тәүлек һайын бер нисә тиҫтә мең автомобиль үтә. Шуға күрә подрядсы ойошмаларға ремонтты ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эшләп бөтөрөү бурысы ҡуйылған ине. Һәм улар быны үтәне. Ошо йәнле участкаларҙа ремонт ваҡытынан алда тамамланды. Бөгөн бөтә объекттар буйынса план буйынса барабыҙ, графиктан артта ҡалыу юҡ”, - тип билдәләне Өфө хакимиәтенең Төҙөлөш, юлдарҙы һәм яһа