Июль башында Рәсәйҙең Баш дәүләт экспертизаһы Өфө кампусының төп бинаһы проекты буйынса ыңғай һығымта бирҙе. Проект “Фән һәм университеттар” федераль программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә был хаҡта Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте. Өфөнөң вуз-ара кампусының төп бинаһы проекты ваҡытынан алда дәүләт экспертизаһын үтте. Концессионер булып “Кампус” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (“Эталон Концессиялар” компаниялар төркөмө) сығыш яһай, проект өҫтөндә “Мирпроект” компанияһы эшләй. - Федераль етәкселек Юғары уҡыу йорттары араһындағы кампустың төп бинаһына Рәсәйҙең Баш дәүләт экспертизаһын үткәреүҙе октябргә билдәләгәйне, ләкин беҙ ваҡытынан алда - 6 июлдә үткәрҙек. Был беҙгә 100 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда икенсе бина төҙөүгә тотонорға һәм объектты 2025 йылдың декабрендә үк тамамларға мөмкинлек бирә, – тип уртаҡлашты төбәк Министрҙар кабинеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров бының ҙур ҡаҙаныш б
Өфөнөң вуз-ара кампусының төп бинаһы ваҡытынан алда дәүләт экспертизаһын үтте
10 июля 202410 июл 2024
1 мин