Республика Башлығы Радий Хәбиров экспозицияла тәҡдим ителгән төбәктең төп индустриаль ҡаҙаныштары хаҡында һөйләне. Атап әйткәндә, юғары технологиялы стендта алдынғы сәнәғәт предприятиелары, шул иҫәптән илдә пилотһыҙ осоу аппараты өсөн электр двигателдәре етештереү буйынса беренсе һәм иң ҙур завод продукцияһы күрһәтелде. Шулай уҡ экспозицияла нефть һәм газ сығарыу предприятиеларының эшен оптималләштереү өсөн «Уралтехнострой» корпорацияһынан күп фазалы инновацион асыштар һәм Өфө турбина заводынан газ турбинаһы двигателе макеты тәҡдим ителде. Стенд концепцияһының төп акценты – Башҡортостан сәнәғәтен үҫтереүҙең инновацион йүнәлеше, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Төбәк етәксеһе шулай уҡ Рәсәй хөкүмәтенә индустриаль тармаҡтарға һөҙөмтәле ярҙам саралары өсөн рәхмәт белдерҙе. - Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте тыуҙырған ярҙам сараларын алабыҙ, файҙаланабыҙ. Профилле федераль программаларҙа ҡатнашыу өсөн конкурс һайлап алыуына даими ғаризалар бирәбеҙ. Былар барыһы ла сәнәғәтебеҙҙе үҫтереүгә булышлыҡ итә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустин Башҡортостандың индустриаль тармаҡтарының үҫеш динамикаһын ыңғай баһаланы. https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/180603.html
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Михаил Мишустинға Башҡортостандың сәнәғәт потенциалын тәҡдим итте
9 июля 20249 июл 2024
1 мин