Осрашыу йомғаҡтары буйынса төбәк Хөкүмәте һәм федераль власть органы хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документты тормошҡа ашырыу Башҡортостанда продукцияның сифатын һынау өлкәһендә инфраструктура булдырыуға һәм уның конкурентлыҡ һәләтен арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың апрелендә Рәсәй сәнәғәт форумы сиктәрендә Радий Хәбиров һәм Антон Шалаев республикала стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар үҙәге базаһында еңел сәнәғәт өлкәһендә аккредитацияланған лаборатория булдырыу кәрәклеген тикшерҙе. Ә 2023 йылдың мартында Өфөлә Волга буйы федераль округында еңел сәнәғәт продукцияһы өсөн беренсе Росстандарт һынау лабораторияһы эшләй башланы. - Башҡортостанда һәм еңел сәнәғәттә Росстандарттың ыңғай тәжрибәһенән файҙаланып, ҡатмарлыраҡ кимәлгә сығыу мөмкинлеге бар. Һүҙ станоктар эшләү буйынса һынау үҙәген булдырыу тураһында бара. «Производствоны үҫтереүҙә производство саралары» федераль проекты сиктәрендә Росстандарт ил биләмәһендә станоктар эшләү буйынса
Башҡортостанда станоктар эшләү өлкәһендә Росстандарттың һынау үҙәген булдырырға ниәтләйҙәр
9 июля 20249 июл 2024
1 мин