Баймаҡ районы уңғанбикәһе Гөлгөнә Байегетова был юлы ҡарағат бәлеше бешерергә тәҡдим итә. "Ҡара ҡарағаттан заливной бәлеш бешерҙем. Эслеге тәмле генә, ҡарағаттың әскелтем тәмен биреп тора, ә ванилин ҡушып та ебәргәс инде... телеңде йоторлоҡ булды, бәлеш ялп итеп тә ҡалды! Ҡамыры:2 стакан онға 0,5 сәй ҡалағы сода һалып, ярты стакан шәкәр ҡомона бер йомортҡа ҡушып болғатып, шуны онға ҡушып, 200 грамм маргарин менән баҫтым. Эслеге:Минең бәлеш ҙур булғас, күберәк эшләнелде: ике стакандай магазин ҡаймағына ярты стакан шәкәр ҡомо, 1 сәй ҡалағы ванилин, 1 йомортҡа, 2 аш ҡалағы крахмал ҡушып бөтәһен дә яҡшы итеп болғатып, табаға йәйелгән ҡамыр өҫтөнә ҡойолдо. Өҫтөнә ҡарағаттар һибеп сыҡтым. Ҡыҙыу духовкала 45 минут тирәһендә бешереп алдым. Һыуытып ашар кәрәк был бәлеште", - тип яҙған ул.Һеҙ ҙә бешереп ҡарағыҙ әле! Ашығыҙ тәмле булһын!Фото һәм сығанаҡ: Гөлгөнә Байегетованың сәхифәһенән.