Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашығыҙ

10 - 30 июлдә "Мәҙәни шәмбе. Рәсәй халыҡтары әкиәттәре" Бөтә Рәсәй акцияһы үтә. Ул илебеҙ халыҡтарының традицияларын танытыуға йүнәлтелгән. Быйыл сара халыҡ әкиәттәренә арнала. Ижади бәйгелә илдең барлыҡ уҡыусылары ҡатнаша һәм һәләттәрен күрһәтә ала. Бының өсөн "Рәсәй халыҡтары әкиәттәре", "Рус яҙыусылары әкиәттәре", "Минең автор әкиәтем" номинацияларының береһе буйынса әкиәт уҡып видеоға төшөргә һәм “Культурадляшкольников.РФ” порталында шәхси кабинетта ғариза ҡалдырырға кәрәк. Акция йомғаҡтары буйынса эксперт комиссияһы иң ҡыҙыҡлы 30 эште һайлап аласаҡ, улар “Культурадляшкольников.РФ” порталында баҫыласаҡ. Фото: “Культурадляшкольников.РФ” сайтынан.