Оҙайлы һаҡлауҙар программаһына ингән граждандар дәүләттән өҫтәмә аҡсаны ун йыл дауамында аласаҡ. Алдан дәүләт бюджетынан финанслау программала ҡатнашҡан тәүге өс йылда ғына тормошҡа ашырыла ине. Дәүләт өҫтәмәләре алыу өсөн дәүләткә ҡарамаған пенсия фондында иҫәп асырға һәм уға йыл һайын 2000 һумдан кәм булмаған аҡса индерергә кәрәк. Дәүләт өҫтәмәһе күләме кешенең эш хаҡына бәйле. Принцип түбәндәгесә: килем ни тиклем түбән булһа, өҫтәмә лә шул тиклем күберәк. Әгәр айлыҡ эш хаҡы 80 000 һумдан артмаһа, дәүләт ошо уҡ суммаға программала ҡатнашыусы үҙе индергәнсә өҫтәй. Айына 80 000-150 000 һум эш хаҡы теркәлһә, дәүләт программа иҫәбенә күсерелгән сумманың яртыһын өҫтәйәсәк. 150 000 һумдан күберәк эш хаҡы түләгәндә, дәүләт программаға индерелгән сумманың дүрттән бер өлөшөн өҫтәй. Әммә, программа килешеүҙәре һанына һәм уларға индерелгән суммаға ҡарамаҫтан, бер кешегә дәүләттән бирелгән максималь йыллыҡ өҫтәмә 36 000 һум тәшкил итә. Сығанаҡ: "Молодежная газета".