Туймазы ҡалаһының почтальоны Зөлфиә Ғәбделғаҙи ҡыҙы Сафина һөйләгәндәр күптәргә һабаҡ булһын. – Йәмғиәтебеҙҙә ваҡытлы матбуғаттың өлөшө ифрат ҙур, – тине Зөлфиә Ғәбделғаҙи ҡыҙы. – Бер гәзит тә яманлыҡты ҙурламай, киреһенсә, яҡшылыҡҡа саҡыра, изге ғәмәлдәргә әйҙәй, белемлелекте данлай, өлкәндәрҙе хөрмәт итергә, кесене кесе итә белергә өйрәтә. Бигерәк тә бөгөн ҡайһы бер үҫмерҙәрҙең әрме хеҙмәтенән ҡасып йөрөүен берәү ҙә хупламай. "Ватанды һаҡлау - изге бурыс" тип яҙып, егеттәргә дөрөҫ юлды күрһәтәһегеҙ. Күптән түгел, исем-шәрифен хәтерләмәйем инде, "Башҡортостан" гәзитендә "Прощание славянки" маршы менән бәйләп яҙылған аналитик мәҡәлә миңә генә түгел, ә бүтәндәргә лә оҡшаған. Яратып уҡығандарын шунан беләм, сөнки миңә тәғәйенләнгән кварталға гәзит-журнал алдырғандар шәхсән үҙҙәре был турала әйтте. Зөлфиә ханым һөйләүенсә, гәзит-журналдарҙың тиражы кәмей тип ҡул ҡаушарып ултырырға ярамай, хатта өй беренсә йөрөп яҙҙыртыуҙы юлға һалырға ла мөмкин. Беҙгә билдәле булыуынса, Зөлфиә апайҙың дуҫтары бик күп, уны хөрмәт итәләр, уның кәңәштәрен тоталар. Фото Зөлфиә Сафинаның шәхси архивынан.
"Гәзит-журналға өй беренсә йөрөп яҙҙыртырға ла мөмкин"
10 июля 202410 июл 2024
~1 мин