Найти тему
Башҡортостан гәзите

Еңеү яулап ҡайтҡан геройҙар ошонда тәбрикләнәсәк

Быйыл 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле мөһим һөнәри конкурс наградаһына лайыҡ булды. “Беҙҙең генерал Шайморатов һәйкәле халыҡ-ара конкурста иң уңыш­лыларҙың бере­һе тип танылды. Ул “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу һәм төҙөкләндереү объекттарының иң яҡшы проекты” номинацияһында беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Конкурста беҙҙең илдән һәм 11 дәү­ләттән, шул иҫәптән Италия, Ҡытай, Сербия, Индонезия һәм башҡаларҙан 1412 проект ҡатнашты. Лидерҙар ара­һында күләмле комплекслы эштәр, башлыса ҡалаларҙың генераль пландары бар. Скульптор Салауат Щербаковты һәм архитектор Константин Донгузовты, барлыҡ өфөләрҙе һәм республика халҡын да еңеү менән ҡотлайым! Баш ҡалабыҙҙың легендар тарихи үткәне булған көс урынының киләсәге лә сағыу булыр, тип ышанам. Еңеү яулап ҡайтҡан геройҙарыбыҙҙы ошонда тәбрикләрбеҙ”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә. Һуңғы ике йылда Совет майҙаны Башҡортостандың баш ҡалаһының төп иҫтәлекле урындарының береһенә әйләнде. Уның тәрән йөкмәткеле, мөһабәт йөҙө тыуған ҡалаға һөйөүен таныуҙы кәүҙәләндерә, тарихтың иң иҫтәлекле һәм көсөргәнешле мәлдәрен үҙ эсенә алған тәрән йөкмәткеле симфония кеүек яңғырай. Башҡортостан Республикаһы Башлығы Совет майҙанын үҙгәртеп ҡороу инициаторы булды, унда һәр деталгә тәрән мәғәнә һалынған мемориал барлыҡҡа килде. Радий Хәбиров башланғыс идеянан алып тантаналы рәүештә тормошҡа ашырыуға тиклем бөтә проектҡа етәкселек итте. 1930 – 1960 йылдарҙа Совет майҙаны ҡаланың төп майҙаны була. Һуғыш йыл­дарында ошонан һалдаттар фронт­ҡа ебәрелә. Унда демонстрациялар, төрлө ҡала байрамдары үткәрелә. 1955 йылдың декабрендә майҙанда беренсе шыршы барлыҡҡа килә. 1967 йылдың 1 ғинуарына ҡараған төндә майҙандағы “Башнефть” бинаһына куранттар ҡуйыла. Күп йылдар иртәнге сәғәт 8-ҙә улар ҡаланы Өфө тураһында йыр менән уята, һуңынан 90-сы йылдарҙа ла ҡалала республика гимны уйнай башлай. Урталағы сәскә түтәле майҙандың төп биҙәге булып тора. Ҡышҡыһын бында ҙур Яңы йыл шыршыһы ҡуйыла, боҙло скульптуралар һәм тауҙарҙан торған сағыу ҡаласыҡ асыла. 2000 йылдарҙа Өфөләге Совет майҙаны элекке данын юғалта: ул төрлө төҫтәге машиналар менән йыһазлан­дырылған ҙур автотуҡталҡаға әйләнә һәм йәмһеҙ күренеш хасил була. Совет майҙанын үҙгәр­теп ҡороу 2020 йылдың йәйендә Башҡортостан Башлығы башлан­ғысы менән старт ала. 2022 йылдың 11 ок­тябрен­дә Республика көнөн­дә Өфөнөң Совет майҙанында һәйкәл асыу тан­танаһы була. Хәҙер унда төрлө төҫ­тәрҙәге ут аҫтында балҡыған фонтан эшләй, ә куранттар көн һайын сәғәт 12-лә Ҡадир Даян һүҙҙә­ренә Заһир Исмәғилевтең “Шайморатов-генерал” йырын уйнай. Хәҙер был май­ҙан – баш ҡалабыҙ хал­ҡының яратҡан ял урыны. Унда халыҡ-ара кимәлдәге мәҙәни ваҡиғалар – Халыҡ-ара “Китап байрамы” йәрминкәһе, Бөтә Рәсәй “Әйҙә уйнарға” уйындар фестивале, Бөтә Рәсәй “Геройҙар дәүере” патриотик йыр конкурсы, “Көҙгө романтика” классик музыка фестивале һәм башҡа сағыу саралар даими үткәрелә. Бөгөн ул үҫешә: һәр ваҡиға майҙандың тарихи йылъяҙ­ма­һына яңы бит өҫтәй. Рес­пуб­­лика­ның һәр кешеһе, Өфө ҡунаҡтары Рәсәй Геройы һәйкәлен күрергә, ҡабат­ланмаҫ мөхит менән һуға­рылған, Өфөнөң – бай тарихы булған хәҙерге мегаполистың һауаһын һуларға ошонда ашҡынып килә. ФЕКЕР Салауат ЩЕРБАКОВ, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы: – Был эш беҙҙең коллектив, йәғни минең өсөн, Константин Александрович Донгузов, әлбиттә, республика Башлығы һәм етәкселеге өсөн бик мөһим һәм әһәмиәтле ваҡиға булды. Донъя тарихы өсөн был бик ҙур тема – илебеҙҙең иң ҡан ҡойошло яуҙа – Бөйөк Ватан һуғышында иң ҙур Еңеүе. Шунда уҡ икенсе мәсьәлә тыуа: тап Баш­ҡортостан, Өфө, Совет майҙаны – ошо аныҡ темаларҙың да, тирә-яҡ мөхитте күркәмләндереүҙе хәл итеү ҙә бик мөһим ине. Василий НЕСТЕРЕНКО, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы: – Тәүге сиратта ул – бик матур һәйкәл. Һәйкәл генә лә түгел, ә ҡала мөхитендә тотош ҡала композицияһы, архитектура, скульптура, тарих синтезы. Әммә беренсе сиратта, әлбиттә, Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле. Ат статуяһы бик матур итеп эшләнгән. Ошондай һындарҙы эшләү бик ауыр. Мин быны йыш ҡына аттарҙы, шул иҫәптән тәбиғи дәүмәлде һүрәтләгән кеше булараҡ әйтәм. Салауат Щербаков бурысын бик яҡшы үтәне. Уны мәшһүр һәйкәлдәр, мәҫәлән, Санкт-Петер­бургтағы Баҡыр һыбайлы, Мәскәүҙәгә Юрий Долгорукий, Исаакий соборы ҡаршыһындағы Николай Беренсе һәйкәлдәре, Көньяҡ Аме­рикалағы Атлы статуялар менән дә сағыш­тырырға мөмкин. Атты хәрәкәттә эшләү ифрат ҡатмарлы. Ә бында ул шундай иҫ киткес динамикала кәүҙәләндерелгән, Европа традицияларында сағыу сәнғәт өлгөһө кимәлендә эшләнгән. Финә НӘБИЕВА, Үзбәкстан, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Башҡорт милли-мәҙәни үҙәге ағзаһы: – Был һәйкәлдең асылыуы ҙур әһә­миәткә эйә, сөнки балалары­быҙға, ейән­дәребеҙгә илебеҙҙең батырҙары, ғәс­кәр­ҙәребеҙҙең яу яландарында баштарын һалыуы тураһында һөйләргә тейешбеҙ. Үзбәк­станда Шайморатов тураһында диктанттар яҙҙыҡ, һәм “Шайморатов вариҫ­тары” тигән акцияға ҡушылып, ҡултамғалар йыйып, уға Герой исемен биреүгә үҙ өлөшөбөҙҙө индер­ҙек. Диктант яҙғанда Баш­ҡорт­останда ошондай ҡаһар­мандың йәшәгәне тураһында һөйләнеләр. Беҙ бала саҡта уҡ “Шайморатов генерал” йырын өйрәнгәйнек, уны ла иҫкә төшөрҙөк. Тарихи батырыбыҙ – илебеҙҙән ситтә лә билдәле шәхес. Башҡорт егеттәрен һәр ваҡыт – “Урал бөр­көттәре”, ҡыҙҙарын “Ағиҙел аҡҡоштары” тип йөрө­тәбеҙ. Урал бөркөттәренең дошмандарҙы ҡыйратыуы беҙгә билдәле, шуға күрә ошо һәйкәлде матур итеп асыуҙарына, сараға бөтә халыҡтарҙың, илебеҙҙең ҡушылыуына шатланабыҙ. Ер йөҙө тыныс булһын. Риф ФӘХРИСЛАМОВ, Миңлеғәле Шайморатовтың туғаны: – Беҙ Миңлеғәле Шайморатов нәҫеленән булыуыбыҙға ғорурланабыҙ. Ул – беҙҙең йөрәктә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа, Өфө ҡалаһы хакимиәтенә ошондай һәйкәл өсөн шул тиклем күп йылы һүҙҙәр әйткебеҙ килә. Резеда МОРАТОВА, Миңлеғәле Шайморатовтың туғаны: – Миңлеғәле Шайморатовтың бер туған ҡустыһы Абдулла ғаиләлә өсөнсө бала була. Абдулланың улы – Рәшит, Рәшиттең ҡыҙы – мин. Ул Геройҙың иң яҡын туғаны ине, былтыр вафат булды. Башҡортостан халҡының батыр яугире Миңлеғәле Шайморатовҡа Өфөнөң иң иҫтәлекле Совет майҙанында һәйкәл асылыуға бик шатланабыҙ, ғорурланабыҙ. Радий Фәрит улына, Өфө ҡалаһы хакимиәтенә ҙур рәхмәт. Герой исеме менән ғорурланып, яугирҙәр илебеҙҙе һаҡларға һуғышҡа китте. Йәштәр уны белә һәм иҫтәрендә тотасаҡ, илһөйәр булып үҫәсәк. Рәмилә Мусина фотолары.