Башҡортостан дәүләт медицина университеты клиникаһының робот үҙәгендә операция яһаусы өсөнсө «Cuvis – joint» робот-хирургы эш башланы. Был робот үҙәге – Волга буйы федераль округында тәүге һәм берҙән-бер роботлаштырылған хирургия үҙәге. 6,5 йыл эсендә клиникала 3500 операция яһалған. Сuvis – joint хирургия роботы Көньяҡ Кореяла эшләнгән. Ул быуындарҙы алмаштырыуҙа ҙур ярҙамсы. Төп өҫтөнлөгө – быуындарҙы алмаштырыуҙа иҫ киткес теүәллеге. Бына ул хаҡта медицина университеты ректоры Валентин Павлов нимә тине: ”Беҙ бөгөн республика һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә өр-яңы технология индерҙек – беҙҙең компьютер һүрәттәренә ҡарап эшләгән робот-хирург тураһында әйтәм. Хаталаныуҙарҙың һәм кеше факторының булыуы мөмкин түгел. Бөгөн университет, был технологияларҙы ҡулланыуҙан тыш, уларҙы үҙе эшләй ҙә”. Робот хирургияһы ҡан юғалтыуҙарҙы кәметә, кеше әмәлиәттән һуң тиҙерәк йүнәлә. Бер нисә этаптан торған операция ваҡыты ҡыҫҡара, уның башҡа өҫтөнлөктәре лә күп. Робот үҙәгендә академик, биш профессор, алты ме