Рәсәй Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса тикшереү идаралығы Рәсәй Федерацияһы Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 2-се статьяһына ярашлы енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Оло йәштәге инәйгә ялған адвокат шылтырата. Йәнәһе, ҡатындың ҡыҙы аварияға эләгеп, кешене бәрҙергән. Һуңынан мутлашыусы, стандарт схема буйынса, зыян күреүсегә билдәле бер күләмдә аҡса әҙерләргә кәрәклеген әйтә, юғиһә «ҡыҙына ҡарата енәйәт эше асыласаҡ». Был яңылыҡ инәйҙе тетрәндерә һәм ул билдәһеҙҙәрҙең күрһәтмәләрен үтәй. Күпмелер ваҡыттан һуң енәйәттә ғәйепләнеүсе — курьер — оло йәштәге ҡатындан 100 мең һумдан ашыу суммаға аҡса алып китә. Һуңынан асыҡланыуынса, пенсионерҙың ҡыҙы бер ниндәй ҙә бәхетһеҙ осраҡҡа тарымаған. Полиция хеҙмәткәрҙәренең тиҙ һәм ваҡытында күргән саралары арҡаһында икенсе көндө енәйәттә ғәйепләнеүсе — курьерҙы Өфө аэропортында тотҡандар. Ул күрше илдәрҙең береһендә йәшәгән 24 йәшлек ир булып сыға. Хоҡуҡ һаҡлау органдары менән аралашҡанда, ул шунда уҡ ғәйебен таный. Ғәйепләнеүсе әйтеүенсә, ул инәйҙең аҡсаһын “заказсы”ға күсерергә тейеш булған. Хоҡуҡ һаҡсылары унан 100 мең һум самаһы аҡсаны алып өлгөргән. Аҡса зыян күреүсегә кире ҡайтарылған. Телефон аша һөйләшкәндә бик һаҡ булығығыҙ. Ят номерҙарҙан шылтыратһалар, уларға яуап бирмәгеҙ. Шикле тәҡдимдәргә ышанмағыҙ. Ниндәйҙер хәбәр алһағыҙ, туғандарығыҙ менән бәйләнешкә сығығыҙ йәки полиция бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ. Оло йәштәге туғандарығыҙға белмәгән кешегә аҡса күсерергә ярамағанын аңлатығыҙ. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: бик уяу һәм һаҡ булығыҙ. Финанс операцияларын банк бүлексәләрендә генә башҡарығыҙ. Шикле тәҡдимдәргә ышанмағыҙ. Ошондай осраҡтарҙа шунда уҡ туғандарығыҙ менән бәйләнешкә инегеҙ һәм полиция бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ. Өлкән йәштәге туғандарығыҙға, билдәһеҙ кешеләргә аҡса бирергә ярамай, тип аңлатығыҙ. Көн һайын Башҡортостан кешеләре мутлашыусыларға 10-15 миллион һум аҡса күсерә икәнен онотмағыҙ һәм тоҙаҡҡа эләкмәгеҙ. Фото: "Башинформ".