Медицина университетында эшләгән осорҙа Мәрйәм исемле ҡыҙ менән танышып киттек. Ҡыҙ тип, минең менән йәштәш. Урал аръяғы райондарының береһенән, тимәк, яҡташтарбыҙ. Кейеменә ҡарағанда аҡсаға мандый алмағаны күҙгә ташлана. Һәр семестр аҙағында имтихан бирә алмаусылар араһында уның фамилияһы тороуға ҡарап, уҡыуы ла иҫ китерлек түгел икәнен аңланым. Һуңғы сиктә “ҡойроҡ”тарын ҡыҫҡартҡан студент стипендияһынан да мәхрүм ҡала килде. Күп осраҡта уның өсөн документтарҙы курсташ ҡыҙҙары тапшыра ине. “Ул бөгөн эштә” йәки “Ҡойроҡтар”ын тапшырып, үҙе килә алманы” – һәр саҡ сәбәп табылып ҡына торҙо. Аҙаҡҡы курстарының береһендә ул минән ҡараусы кәрәккән таныштарым тураһында һорашты. Тап шул саҡта бер хеҙмәттәшебеҙҙең ире юл фажиғәһенә осрап, уны дауахананан сыҡҡас ҡарарға кеше эҙләйҙәр ине.
– Миңә төнгөлөккө эш кәрәк. Көнө буйы уҡыуҙамын бит,– Мәрйәм күңелһеҙ йылмайҙы. Шул саҡта уның матди хәленең үтә лә ауыр икәнен аңланым.
Икенсе килеүендә ул хәлле генә кешеләрҙең ауырыу балаһын ҡарауы тураһында һөйләне. Уҡыуын тамамлағас, беҙгә оҙаҡ ваҡыт осрашырға тура килмәне. Үткән аҙнала ауылда йәшәгән әхирәтемдең улына талон алыр өсөн балалар дауаханаһына юлландым. Ҙур сират үтеп, эшемде тамамлап, ҡайтыр юлға сыҡтым.
– Һаумыһығыҙ! – Ҡаршымда, шат йылмайып, Мәрйәм тора ине. Тик ул танымаҫлыҡ булып үҙгәргән: өҫтөндә – килешле һәм ҡиммәтле тун, тәрбиәле ҡиәфәт, бәхетле йылмайыу һәм мөләйем ҡараш. Яҡын әхирәтен күргәндәй, ул мине яурынымдан ҡосоп алды.– Хәлдәрегеҙ нисек? Берәйһе ауырып киттеме әллә?
– Һаумы, Мәрйәм? Һин әллә бында эшләйһеңме?
Байтаҡ ҡына һөйләшеп, хәлдәребеҙҙе белешеп торғас, телефон һандарын яҙышып, юлдарыбыҙҙы дауам иттек. Ике аҙна тирәһе ваҡыт үткәс, ул мине өс көнгә “Радуга” шифаханаһының көндөҙгө бүлегенә йөрөргә саҡырҙы. Оҙайлы процедураларҙың береһендә Мәрйәм бынан бер нисә ай булып үткән хәлде һәм уға бәйле тормош юлын һөйләне.
* * *
– Атай-әсәйемдең ғәзиз балаһы булып, һөйөү, иркәләү татып үҫтем. Мине боҙорлоҡ артыҡ байлыҡтары булмаһа ла, мохтажлыҡ күрмәнем. Тормош гел генә аҡ төҫтәргә мансылып, бәхетле генә барыр кеүек ине. Әммә кейәүгә сығып, бер аҙ йәшәгәс, яҙмыш бер-бер артлы һынауҙар менән сыныҡтыра башланы. Әгәр ул саҡта айырылышыу булмаһа, бөгөнгө уңышлы табип булмаҫ ине яныңда. Барыһына ла элекке ирем – Ғәзизйән сәбәпсе.
Мин уны әллә ҡасан уҡ ғәфү иткән кеүек инем. Исеме күңелдән юйылған, мөхәббәт хистәре лә иртәнге томандай юҡҡа сыҡҡан. Бары тик ниндәйҙер ваҡиғалар ғына, унда-бында иҫкә төшөрөп, хәтер ебен ҡуҙғатып ҡуя ине. Бынан ике ай элек уйламаған ерҙән осраштыҡ та, күңелдә буран, өйөрмә ҡупты. Оло хистәр, яратыу тойғоһо, тип уйлай күрмә. Сығарып ташланған кәрәкһеҙ, иҫке әйберҙәй сағымды, күңел ғазаптарына әрнеп йәшәгән көндәр, күҙ йәштәре менән үткән төндәр, аҡсаһыҙлыҡтан интегеп, подъезд иҙәнен йыуып йөрөгән саҡтар иҫемә төштө. Күҙ алдымда йөрөмәгәнгә, аралашмағанға ғына онотолған икән ул асыу тойғолары. Ә күрешкәс, әйтерһең дә, улар кисә генә булған кеүек, барыһы ла ҡабат хәтергә төштө. Ғәфү итә алмағанмын икән.
Ғәзизйән менән ҡунаҡта таныштыҡ. Әхирәт ҡыҙым ҙурҙан ҡубып тыуған көнөн билдәләне. Күрше районда йәшәгән егете дуҫы менән килгәйне. Артыҡ һүҙ һөйләп бармаған, тыныс холоҡло егет миңә тәү ҡараштан оҡшаны. Ҡунаҡта ҡыҙҙар егеттәргә ҡарағанда күберәк, шуға күрә ул миңә иғтибар итер тип бөтөнләй уйламаным. Әммә ҡунаҡтан һуң мине оҙата килде. Аралашыу телефондан дауам итте, ара алыҫ тип торманы, йыш килде. Бер айҙан инде ул миңә кейәүгә сығырға тәҡдим яһаны. Бер-беребеҙҙе өҙөлөп ярата инек, быға ихлас ышанам. Бер генә кәмселеген дә күрергә теләмәнем, күргәндәре лә һағыныу һәм мөхәббәт янында шундай ваҡ һәм төҫһөҙ тойолдо.
Туй, бергә атҡан таңдар, эштән һуң һағынып өйгә ҡайтыу – бергә йәшәгән өс йыл тормошомдоң иң бәхетле мәле. Ул һаман да шулай яҡты һәм матур булып һаҡлана. Әммә унан һуңғы һигеҙ йылда түгелгән күҙ йәштәре лә мәңге оноторлоҡ түгел. Ҡыҫҡаһы, бәхеттән осоноп, йәш ғаиләләрҙә була торған проблемаларға иғтибар итмәй, донъя көтөргә тырыштыҡ. Өр-яңы йортта ҡәйнәмдәр менән бергә йәшәнек, ҡунаҡҡа ҡайтҡан туғандарҙы ҡаршы алыу, ялдарҙы бергә үткәреү, күстәнәстәр менән оҙатып ҡалыу миңә оҡшай ине. Көндөҙ баҡса утау, өй йыйыу, ихата таҙартыу кеүек эштәрҙе дәррәү эшләйбеҙ ҙә, кисен ҙур табын артында һөйләшеп, көлөшөп ултырабыҙ. Еңгәй-килен тип өҙөлөп торған туғандарҙы ла ихлас яраттым. Иптәшем ғаиләлә иң бәләкәй бала, үҙенән өлкән ете ағай-апаһынан иркәләнеп үҫкән. Ауыр һүҙҙе күтәрмәй, шуға ла мин уға әйтәһе һүҙҙәремде йомшаҡ итеп әйтергә тырыштым. Берәй эште эшләр алдынан ике-өс көн буйы әйҙәләргә, маҡтай-маҡтай күңелен күрергә кәрәк. Сабырлығым етмәгән мәлдәрҙә тауыш күтәрелә, ул бер аҙ үпкәләп йөрөп ала. Әммә йылмайып-көлөп, ҡабат күңелен күтәреп ебәрергә яйын табам. Икебеҙ ҙә эшләгәс, аҡсаға артыҡ ҡытлыҡ кисермәнек. Туйға минең атай-әсәйем мул ғына аҡса бүләк иткәйне, уларҙан тағы ла бурысҡа һорап, машина алып ебәрҙек. Ҡәйнәмдәр, ошо йортта ҡала торған балаларым һеҙ тигәс, башҡа сығыу тураһында уйламаныҡ.
Тормош арбаһы әкрен генә алға тәгәрәгән саҡта, өләсәйем аяҡтан йығылды. Уны ҡараған атай-әсәйемә ярҙамға тип, бер айға отпуск алып, тыуған ауылыма ҡайтырға булдым. Ғәзизйән мине машина менән алып барып ҡуйҙы, теүәл бер айҙан килеп алырға тейеш. Тәүге осорҙа көнөнә әллә нисә шылтырата ине, аҙаҡ һирәкләне. Бер нисә тапҡыр үҙем шылтыратҡанда телефонын алманы. Отпуск аҙағына яҡынлашыуға, мине шаңҡытыр хәл булды. Төн уртаһында телефоныма: “Беҙ Ғәзизйән менән бер-беребеҙҙе яратабыҙ. Никах уҡытырға һөйләштек, башҡаса килеп йөрөмә”, – тигән смс-хат килеп төштө. Шунда уҡ иремә шылтыраттым, тик бисә кеше тауышын ишетеп, һүндереп ҡуйҙым. Төнө буйы уйланып, был хәлде бер кемгә лә белдермәҫкә булдым.
Мине ауылдан килеп алыусы булманы, ирем йортона автобус менән ҡайтып киттем. Тупһанан ингәндә үк өйҙә нимәлер үҙгәргәнен тойҙом. Барыһы ла урынында, бары тик иремдең, ҡәйнә-ҡайнымдың, хатта ҡунаҡҡа ҡайтҡан ҡайнағам менән килендәшемдең дә ҡарашы һалҡын ине. Сәй табыны тынлыҡта үтте, һүҙ бәйләнмәне. Кис етеп, йоҡларға йыйынғас, ирем, машинаның майын алмаштырырға кәрәк, тип ҡайҙалыр сығып китте лә, таң беленә башлағас ҡына ҡайтып инде. Ауыҙынан араҡы еҫе аңҡый, муйынында тешләп үпкән урындар ҡалған. “Һөйәркә”нең миңә ебәргән сәләмдәре ине был. Икенсе көндө Ғәзизйән менән аңлашырға булдым. Әйтерһең дә, ул шуны ғына көткән: “Эйе, мин башҡаны яратам. Ул һинән йәшерәк, матурыраҡ һәм аҡыллыраҡ”, – тип тураһын ярып әйтте. “Аҡыллы кеше сит иргә күҙ һалмай ул”, – тиеүемә ул тауышын күтәреп екерҙе: “Дилбәргә һүҙ тейҙермә!”
Шулай итеп, көндәшемдең күрше инәйҙең минән ете йәшкә кесерәк, еңгәй ҙә еңгәй, тип йөрөгән ейәнсәре икәнен белеп ҡалдым. Килендәшемдең ҡыҙҙары – бикәстәрем менән киске уйындарға йөрөгән йәш ҡыҙҙың минең иргә күҙе төшөр тип башыма инеп тә сыҡманы. Тәүҙә, ғаиләне һаҡларға тип, тырышып ҡараным. Тик Ғәзизйән 32 йәшендә малайҙарса ғашиҡ булғайны. Иң ҡыҙығы, ҡәйнәм мине ғәйепләне: “Кеше һыу һөлөгө кеүек ирен бер айға яңғыҙ ҡалдырып китмәй ул. Һин хәҙер киткән ҡыҙ, нимә тип әсәйең янына ҡайттың һуң?!” Уларҙы өләсәйемдең үлемдән саҡ-саҡ ҡалыуы бөтөнләй ҡыҙыҡһындырманы.
Әсәй йортона ҡайтыу оят ине, ситкә китергә булдым. Тик тәү осорҙа йәшәргә аҡса кәрәк. Ашарға ултырғайныҡ, һүҙ башланым:
– Туй аҡсаһына машина алдыҡ, ул һиңә ҡала. Миңә беҙҙең яҡтан төшкән һәм әсәйҙәр бурысҡа биргән сумманы бир. Өләсәйем бүләк иткән һыйырҙы ла һуйып һатайыҡ. Тыныс ҡына, ғауғаһыҙ айырылышабыҙ.
Тик яңылышҡанмын, тап шул саҡта ғауға ҡупты ла инде: “Беҙ һиңә анауындай расходтар менән туй (тик ул туйҙа улдары өйләнеүен оноттолар) үткәрҙек. Бүләктәр биреп, таныштар аша дипломһыҙ булһаң да эшкә урынлаштырҙыҡ. Ә һыйыр өсөн ике йыл рәттән бесән эшләп, ике ҡыш аҫрап сығарҙыҡ!” Һәм бер ыңғайҙан минең килен булған өс йыл эсендә ҡылған барлыҡ яманлығым ҡалҡып сыҡты: ҡайһылыр көндө мунсаның иҙәнен йыумағанмын, һыйыр һаумағанмын, иремдең класташы менән артыҡ йылмайып һөйләшкәнмен, өлкән килендәшемдең улын әрләгәнмен һәм башҡалар...
Аптырауҙан нимә әйтергә белмәй, тышҡа сығып киттем. Кисен Ғәзизйән менән тағы ла һөйләшеп ҡарарға булдым. Әллә ата-әсәһенең һүҙ тейҙермәҫен белеп, әллә өс йыл күрһәтмәгән үҙһүҙлелеге килеп сыҡтымы, белмәйем, ул ҡәтғи ине:
– Минең бер тин дә аҡсам юҡ.
– Улайһа, машинаны һатайыҡ. Әсәйҙәргә бурысың бар икәнен онотма.
– Уны һин һорап алдың, үҙең түлә. Ә машинаны әлегә һата алмайым. Ул залогта, кредит алдым. Әйткәндәй, суд аша айырылышһаҡ, ул кредиттың яртыһын һин түләргә тейеш булаһың.
– Ә нимәгә кредит алдың һуң?
– Аҡса кәрәкте. Дилбәр ауырлы, бәпәй көтәбеҙ.
– Әйберҙәрем күп, иртәгә ауылға алып барайыҡ.
– Килеп алһындар. Мин эштән китә алмайым.
Ирем, һүҙ бөттө тигәндәй, һикереп сығып торҙо ла, сығып китте. Шаңҡыған хәлдә, мең төрлө уй менән яңғыҙым тороп ҡалдым. Сеңләп-сеңләп илағанымды ишетһә лә, быға тиклем үҙ әсәйемдәй күреп, хөрмәт күрһәтергә тырышҡан ҡәйнәм йыуатырға инмәне, ауыр хәлдән сығырлыҡ кәңәш бирмәне. Ирем тағы ла таң алдынан ҡайтып инде.
Әсәйемдәрҙән был хәлде йәшереп тороп булмай ине инде, шылтыратып, уларҙы ла ҡайғыға һалырға тура килде. Әсәй үҙҙәренә саҡырҙы, әммә минең бер кем дә белмәгән яҡҡа сығып киткем килде. Шул көндө үк кис, әсәйем ҡабат шылтыратып, үҙенең Өфөлә йәшәүсе әхирәтендә йәшәп торорға мөмкинлек барын әйтте. Артабан нимә эшләргә икәнен бер ни тиклем ваҡыттан һуң хәл итергә булдыҡ. Үҙем күтәрә алырлыҡ ике сумкаға кәрәк-яраҡтарҙы һала башланым. Документтар, икешәр ҡат кейем, ҡышҡы пальто – бер сумка шыплап тулып та ҡуйҙы. Икенсеһенә күстәнәскә бер банка ҡайнатма, әҙерәк ит, һөт һәм ҡаймаҡ ултырттым. Аяҡ кейемдәре, әсәйем бүләк иткән кейеҙ (әллә ниңә уны ҡалдырғым килмәне) – икенсе сумкала ла урын ҡалманы. Бирнә һандығымды келәткә сығарып, барлыҡ әйберемде тултырҙым. Һыймағандарын ҡумталарға һалып, эргәһенә ҡуйҙым. Форсат сығыу менән үҙем йәки әсәйемдәр килеп алыр, тип ниәтләнем. Юллыҡ аҡсаны ике өй аша йәшәгән яҡташ ҡатындан һорарға батырсылыҡ иттем. Һүҙемде кире йыҡманы, рәхмәт уға.
Иртәгәһенә ирем мине район үҙәгенә илтеп ҡуйҙы. Исмаһам, ҡайҙа юл тотоуымды ла һорашманы. Бары тик мин төшөр алдынан: “Һин мине үҙеңә ғашиҡ иттерҙең, әммә һөйөүемде һаҡлай алманың”, – тине. Өфөгә барған ете сәғәтлек юлда күҙ йәштәре аша Ғәзизйән менән бергә йәшәгән мәлде күҙҙән үткәреп, хаталарымды эҙләнем. Тик шул тиклем күрә алмаҫлыҡ хәлгә еткергән бер генә оло гонаһымды ла таба алманым.
Рәзилә апай ҡолас йәйеп, ихлас ҡаршы алды. Бер аҙна илап яттым да, үҙемде ҡулға алырға булдым. Шулай тип уйланым да бит, Гөлдәриә, тик уны уйлауы ғына еңел. Ә тормошҡа ашырыуы бигерәк ауыр булды. Тәүге һигеҙ йылда күргән-татығандар ҡалын-ҡалын китаптар яҙырлыҡ. Бер йыл һатыусы булып эшләгәндән һуң, атайым уҡырға, һөнәр алырға кәңәш итте. Рәзилә апай үҙе эшләгән медицина университетына саҡырҙы. Дауалау факультетына тәүге йылда инә алманым, шәфҡәт туташтары әҙерләү бүлегенә барҙым. Икенсе йылына йөҙ мең һум түләп (атай-әсәйем ҡыш буйы тинләп йыйған аҡсаһын тағы ла миңә тотондо), педиатрия бүлегенә күстем. Дөрөҫөн әйтәм, уҡыуым һәйбәттән булманы, үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ бит. Нисәмә тапҡыр имтихандарҙы тапшыра алмай, ҡабат-ҡабат килеп йөрөнөм. Ул фәнде белмәүҙән түгел, ә ваҡыт етмәүҙән ине.
Төнгөлөккә бер ауырыу әбейҙе ҡарарға эшкә урынлаштым. Йәшәү бушлай, ашарға бешергәндә үҙемә лә өлөш сыға. Төндәр тыныс булғанда уҡырға мөмкинлектәр күп. Тик ауырыу кешенең тынысһыҙ саҡтары ла күп булды. Ә ял көндәремдә дүртәр подъезлы, туғыҙ ҡатлы өс йорттоң иҙәнен йыуҙым. Ике эштең аҡсаһы юлға, уҡыуға етеп торҙо. Әсәйҙәр унда-бында ебәргән аҡса кейемгә китә ине. Бер тин аҡсаһыҙ булғанда 12 туҡталыш араһын йәйәүләп йөрөнөм. Беләһегеҙ, медицина университетында бай студенттар уҡый. Күптәре аҡсаһыҙлыҡтың нимә икәнен дә белмәй. Яфаланып белем алырға ынтылыуымды улар аңламаны. Шулай ҙа, бер ваҡытта ла фильмдарҙа күрһәтелгән мыҫҡыллы ҡараш булманы. Тыуған көндәргә минән аҡса алманылар, әммә үҙемдеке етһә, башҡаларҙан күберәк сумманы йыйып, йә телефон, йә кәрәкле китап бүләк иттеләр. Әллә араларында иң олоһо мин булғанға (беренсе курсҡа килгәнемдә 26 йәш ине) үҙҙәренсә ихтирам күрһәтеүҙәре шул булдымы, аңламайым.
Гөлдәриә ВӘЛИТОВА.
(Дауамы бар).
Дауамы
Ә Ғәзизйәнде онотоу һәм ғәфү итеү шулай булды. Илап сыҡҡан төндәрҙең береһендә, ауырыу әбейем мәсеткә барырға тәҡдим итте. Йома көн иртән иртүк торҙом да, “Ихлас” мәсетенә йүнәлдем. Намаҙҙан һуң хәҙрәт йыйылыусыларға вәғәз һөйләй ине: “Кеше һәр ҡылған эшенә яуап тота. Кемдер был донъяла, кемдер әхирәттә. Һеҙгә хәҙерге ваҡытта ҡыйын икән, тимәк, ҡасандыр кемделер рәнйеткәнһегеҙ. Күҙ йәштәрегеҙ менән уны йыуып бөткәс, мотлаҡ матур тормош башланасаҡ. Әгәр һеҙ кемдеңдер өлөшөн тартып алып, үҙегеҙҙе бәхетле итеп тояһығыҙ икән, түләүҙәр алда буласаҡ.” Доғалар тыңлап, тағы ла бер түгелеп илап алдым да, үҙемде: “Тимәк, гонаһтарым йыуыла ла, бәхетле тормош башлана,”– тип йыуатып, тыныслана башланым. Ҡулыма диплом алыуҙы оло маҡсат итеп ҡуйҙым. Ниңәлер эшләй башлаһам, барлыҡ ауырлыҡ артта ҡалыр кеүек тойолдо. Аҡсаһыҙлыҡтан шул тиклем йонсоғайным, диплом алғас та Рәзилә апай менән кәңәшләшергә киттем. Һәйбәт эш хаҡы өсөн һирәк осраған йүнәлеште һайларға кәрәк ине. Минең ҡыҙыҡһыныуҙарҙы иҫәпкә алып, вертебролог– умыртҡа һөйәге буйынса белгес булырға ҡарар иттек. Интернатура үтер өсөн йыл ярымға Мәскәүгә барырға тура килде. Яҡшы аралашҡан бөтә туғандарҙан, дуҫтарҙан бурысҡа аҡса һорап алдым. Кемгәлер бурысымды әсәйемдәр ҡайтарҙы, эшләй башлағас, күптәренә кредит алып үҙем түләнем.
Иң үкендергәне: Ғәзизйән менән айырылған саҡта ауырлы булғанмын, стресс арҡаһында баланы һаҡлай алманым. Сабый булһа, бәлки тормош икенсерәк дауам итер ине. Хәҙер баш ҡаланың төп балалар дауаханаһында эшләйем. Аспирантурала уҡыйым, фатир алдым. Шулай, ике сумка әйбер менән сығып китеп тә, бөгөнгө көндә мохтажлыҡ кисермәйем. Бирнә әйберҙәремде лә барып алманым бит. Атай-әсәйемә, Рәзилә апайға ҡулымдан килгән тиклем ярҙам итәм. Улар булмаһа, был уңыштарым да булмаҫ ине бит, уларға мәңге бурыслымын. Курсташтарымды ла онотмайым, осрашып, аралашып торабыҙ. Байрам һайын бүләкһеҙ ҡалдырмайым, ризалатыр кәрәк бит. Кейәүгә сыҡманым, Ғәзизйәндән һуң бер тапҡыр ҙа ғашиҡ булғаным юҡ. Ә теләк бар, рәхәтләнеп, ихлас итеп, онотолоп ярат ине ул. Йәш саҡтағы кеүек итеп, һағына-һағына, күңел ашҡындырып. Ғәзизйән менән бергә саҡта, өйҙә яратҡан кешем көтә, тип эштән йүгереп ҡайта инем. Ә хәҙер бары тик ял итер өсөн генә өй кәрәк. Эш, ауырыу балалар, уҡыу. Шулай ҙа бәхетлемен, балаларға ярҙам итә алыуым киләсәккә яңы хыялдар өҫтәй. Былтыр тағы ла уҡып, травматолог һөнәрен дә үҙләштерҙем. Шулай, Гөлдәриә, кейәүгә сыҡҡанда түгел, ә айырылғандан һуң тормош ҡорорға тура килде миңә.
– Ә Ғәзизйәнде ҡайҙа осраттың һуң?– мин тиҙерәк тарихтың төп өлөшөнә күскем килде.
– Дауаханала. Травматолог булып ярты ставкаға эш башланым. Умыртҡа һөйәге буйынса белгес икәнемле иҫәпкә алып, ауыр сирлеләрҙе миңә ебәрәләр. Эш ваҡытым бөтһә лә, ҡайтырға ашыҡмайым, сират етмәй ҡалғандарҙы ҡабул итәм. Уларға ла файҙа, миңә лә өҫтәмә түләү. Кемдер күстәнәс тә биреп китә. Шулай бер көнө өҫтәмә ауырыуҙарҙы теркәргә бланк алыр өсөн кабинеттан сыҡтым. Улы менән сират көтөп ултырған элекке иремде күргәс, ниҙәр кисергәнемде һүҙ менән генә аңлата алмайым. 12 йылдан һуң тәүге күреүем ине. Ул тәүҙә мине абайламаны. Регистратураға төштөм дә, түләүле ауырыуҙар исемлегенә күҙ һалдым. Улар 8-се булып инергә тейеш. Ә минең Ғәзизйәндең проблемаһын бөтөнләй хәл иткем киләмәй ине. 3-сө ҡатҡа мендем дә, кабинетым ишегенә еткәс, теҙелеп ултырған ауырыуҙарға ҡарап һүҙ башланым: “Хөрмәтле балалар һәм ата-әсәләр! Минең сәғәт ярымдан бик ҡатмарлы операция башлана. Шуға күрә тик дүрт баланы ғына ҡабул итә алам. Ҡалғандар, зинһар, икенсе белгескә барығыҙ, йә иһә түләгән аҡсағыҙҙы кире алыр өсөн ғариза яҙығыҙ. Ул проблема биш минут эсендә хәл ителәсәк”.
Ишекте яптым да, ғауғаны баҫыр өсөн шәфҡәт туташын исемлек менән сығарып ебәрҙем. Ғәзизйәндең аптыраулы, ышанмаған ҡарашын күргәйнем инде, танымағанға һалыштым. Уның шаңҡып торған мәлен тағы ла күргем килде, әммә ишекте асып ҡарарға батырсылығым етмәне. Ваҡытты һуҙыр өсөн, балаларҙы яйлап, ентекләп ҡарап сыҡтым, әсәләре менән әнгәмә ҡорҙом. Йыйынып, йыуынып сығыуыма кабинет яны буш ине. Намыҫым борсомаһын өсөн поликлиниканан дауахана яғына киттем. Бүлексәгә инеп хәл белештем, ҡыҙҙар менән ултырып сәй эскәс кенә ҡайтырға сыҡтым.
Төндә йоҡлай алмай оҙаҡ уйланып, пландар ҡороп яттым. 450 саҡрым ара үтеп, тап беҙҙең бүлексәгә килгән икән, тимәк, улының етди проблемаһы бар. Хеҙмәттәшем ҡараған хәлдә лә, иртәгә миңә ҡабат алып инәсәк. Тимәк, беҙҙең осрашыуҙан ҡасып булмай. Нисек һөйләшергә? Әллә танымаған булып ҡыланырғамы? Улай бөтөнләй йүләр кеүек күренәсәкмен. Башым ҡатып, таң алдынан ғына йоҡлап киттем.
Иртәнсәк, ысынлап та хеҙмәттәшем уларҙы эйәртеп килеп инде.
–Мәрйәм Фәритовна, бында ауыр осраҡ.
–Нимә булған?
–Авариянан һуң баланың умыртҡа һөйәгендә ауыртыу барлыҡҡа килгән...– Ҡаҙыҙҙарҙы, ренгент һүрәттәрен алып, ентекләп уҡырға тырыштым. Хәрефтәр һикерә, уҡығанымды ла аңлай алмайым.
–Һаумы, Мәрйәм...
–Һаумыһығыҙ. Онотмаһағыҙ, атайымдың исеме Фәрит,– Ул өндәшмәй башын түбән эйҙе.– Ауыртыныу, һыҙланыу ҡасандан башланды?
– Авариянан һуң зарланманы. Ике ай элек йоҡлай алмай мыжый башланы. Районда диагноз ҡуя алмайҙар. Нимә булды, үҙем дә аңламайым...
–Ә һин мине илатып алып ҡалған, сит кешеләрҙең ҡул көсө ингән машинала иҫән-һау йөрөрмөн, тип уйлағайныңмы?– Мин был һорауҙы Аллаһы Тәғәләгә йыш бирә инем, бөгөн ғәйепле кешенең күҙенә ҡарап әйтер мөмкинлек сыҡҡанда өндәшмәй ҡалманым. Ғәзизйән аптырап миңә текәлде, өс йыл буйы бер ҡаты холоҡ күрһәтмәгән, гел уны ҡәҙерәп, әпәүләп торған тәүге ҡатынынан бындай һүҙҙәр ишетермен, тип уйламаны шикелле.– Беләһеңме нимә, һин ялыу яҙа алаһың. Теләһәң– баш табипҡа, теләһәң министрҙың үҙенә, әйҙә, эштән ҡыуһындар мине. Әммә һинең балаңды аяҡҡа баҫтырмаясаҡмын. Икенсе табип тап.
Барлыҡ ҡағыҙҙарын уның ҡулына тоторҙом да, кабинеттан сығып киттем. Шулай итеп мин ҙур ғорурлыҡ менән биргән Гиппократ антыма хыянат иттем. Үпкәләремде иҫемә төшөрөп, Ғәзизйәнгә үс итәм тип, бала күңелен ҡыйҙым. Алты йәшлек бала барыһын да аңлай, күңеле аша үткәрә бит. Ҡалтыранған ҡулдарымды, ярһыған күңелемде тынысландыра алмай байтаҡ ултырҙым. Ялыу менән барған осраҡта, һис икеләнеүһеҙ үҙем теләп эштән китергә риза итем. Кире әйләнеп килгәндә, таныштарым юҡ ине инде. Шәфҡәт туташының миңә көнө буйы аптыраулы ҡараш ташлауын һиҙеп йөрөнөм.
Бер-нисә көн үткәс тынысландым, хәлде нисек үҙгәртергә, тип уйға баттым. Үпкәләрем бер аҙ күңелдең төпкө мөйөшөнә боҫоп, намыҫым ҡалҡып сыға башланы. Үҙебеҙҙә һаҡланған документтарҙы алып ҡарап сыҡтым. Әлбиттә, баланың үҙен ҡарамайса асыҡлыҡ индереп булмай, шулай ҙа хәл бик мөшкөл түгел кеүек. Регистратура хеҙмәткәренә күрһәтелгән телефон буйынса шылтыратып, баланы дауаханаға саҡыртырға, минең телефон һандарын бирергә ҡуштым.
Ике көндән ҡәйнәм шалтратты:
– Һаумы, килен.
– Һаумыһығыҙ.
– Мин һиңә ныҡ рәнйенем. Анау сама ер үтеп барған баланы ҡарамай сығарып ебәргәнһең.
– Ә һеҙ 12 йыл элек билдәһеҙлеккә сығып киткәнемдә, кеше балаһы ас йөрөймө икән, туҡмы икән, тип уйламанығыҙмы? Минең дә рәнйешем бар бит.
– Әсәйең була тороп ниңә билдәһеҙлеккә сығып киттең һуң? Минең балаларымдың береһе лә ҡайҙа барырға белмәй аптырап йөрөгәне юҡ, тура үҙемә ҡайта.
– Әсәйемдәрҙән һинең улың, ҡыҙығыҙҙы бәхетле итәм, бергә тормош ҡорабыҙ, тип никах уҡытып, паспортыма мисәт ҡуйҙырып алып сығып китте. Һеҙҙең расходтар булған кеүек, уларҙыҡы ла булды. Мин, Ғәзизйәндән айырмалы рәүештә, өйһөҙ ҙә, аҡсаһыҙ ҙа ҡалдым. Әгәр Аллаһы Тәғәләгә ышанаһығыҙ икән, тимәк, улығыҙ менән ейәнегеҙ бушҡа ғына минең ҡулыма ҡарап килмәгән. Мине бәхетемдән айырған кеше, бөгөн килеп һыҙланған балаһына ҡарап йәне әрней. Әсәйем менән атайым,минең ғазапланғанды күреп әҙ иламаны, хәҙер һеҙ ҙә уларҙың хәлен аңлайһығыҙҙыр. Бәхетһеҙ бала өсөн әсәйҙәр ғазаплана!– Башҡаса түҙер әмәлем ҡалманы, телефонды һалып ҡуйҙым.
Икенсе аҙнаһына улын эйәртеп, элекке ирем тағы ла килде. 26 көн дауаханала ятып, малай аяҡҡа баҫты. Иртәгә сығарырға, тигән көндө Ғәзизйән яныма инде. Конверт менән тортты миңә тоторғас:
– Мәрйәм, әлегә йөҙ мең һум ғына кредит бирҙеләр. Теге юлғы бурысымды түләйем, тигәйнем. Ҡалғанын аҙаҡ бирермен...
– Их, Ғәзизйән, был аҡса теге юлы булһа ине лә бит. Һин һалған йән ғазаптары янында тағы ла, иртәгәһе көндө нисек йәшәйем, ашарға нисек еткерәйем, тигән һорауҙар булмаһа, миңә еңелерәк булыр ине... Әгәр намыҫың таҙа булһын тиһәң, әсәйемдәргә алып бар, күҙҙәренә ҡарап ғәфү үтен. Сөнки һинең шул саҡтағы ҡылығың уларҙы ла ярты ҡартайтты. Хәйер, әгәр улың ауырымаһа, һаман да тыныс күңел менән, әллә кем булып, йәш ҡатыныңды ҡосоп ятыр инең. Кемгәлер насарлыҡ эшләнем, тигән уй башыңа ла инмәҫ ине, моғайын...
–Уйлана башлағайным инде. Беҙ бит Дилбәр менән айырылдыҡ. Дөрөҫөрәге, ул минән ҡыҙҙыбыҙҙы алып сығып китте.
–Йәш һәм бай иргәме?
–Шулайыраҡ...
–Быға аптырарға ярамай,– Мин һуңғы сиктә тағы ла бер яра һала алыуыма шатланып, ағыуымды сәстем.– Һин бит миңә, ир күрмәгән ҡарт ҡыҙ өсөн генә супер ир инең. Хәҙер, тәжрибәле ҡатын булараҡ әйтәм, һин түшәктә дәртле, йәш һәм Дилбәр кеүек башы-күҙе уйнап торған “ҡыҙ”ҙарҙы ҡәнәғәтләндерерлек түгелһең шул. Ҡатыныңа үпкәләмә йәме, үҙең көс өҫтәрлек дарыуҙар ҡуллана башла, – тип йылмайҙым да, янбаштарымды уйната-уйната коридорға сығып киттем. Һигеҙ йыллыҡ ғазаптарҙы ошо биш минутлыҡ һөйләшеү юҡҡа сығарҙы. Үҙемдең өҫтөмдән йөк төшкәндәй хис иттем. Әйтелмәгән һүҙҙәр, үпкәләүҙәр күңелде өйкәп йөрөгән икән.
– Ул да яңғыҙ, һин дә. Бәлки ҡауышып, ҡабат йәшәп китерһегеҙ?– һәр ваҡыт мөғжизә көткән күңелем был юлы ла тынғы бирмәй башланы.
– Гөлдәриә, һин өйөрө менән ауыр саҡта йылы һүҙҙәрен йәлләгән ғаиләгә бер нимә булмағандай йылмайып бара алыр инеңме? Мин– юҡ. Бәлки, уҡыуымдың тәүге йылдарында булһа, ҡайтыр инем. Хәҙер үҙ баһамды беләм. Аллаһы Тәғәлә ошо көнгә сығарыр өсөн Ғәзизйән аша юл һалған, тимәк. Рәхмәт уларға...
Гөлдәриә ВӘЛИТОВА
Фото: zabnalog.ru