Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тағы бер кандидат документтар тапшырҙы

9 июлдә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһына Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидат итеп Артур Альберт улы Шәйнуровты теркәү өсөн документтар тапшырылды. Кандидат урындағы үҙидараның вәкәләтле органдары депутаттарының 462 ҡултамғаһы менән ярҙам ҡағыҙҙары, Федерация Советы ағзаһы вазифаһына тәҡдим ителгән өс кандидатура тураһында мәғлүмәт, беренсе финанс отчеты, Рәсәй Федерацияһы территорияһынан ситтә урынлашҡан сит ил банктарында иҫәптәре (вкладтары) булмауы, ҡулаҡса һәм ҡиммәттәре һаҡланмауы, сит ил финанс инструменттарына эйә булмауы һәм (йәки) файҙаланмауы тураһында белдереү ҡағыҙҙары менән таныштырҙы. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7 һәм 8 сентябрҙә республика биләмәһендә һайлау үтә. Республика Башлығын һайлауҙан тыш, беҙҙә бер нисә һайлау кампанияһы уҙасаҡ: 54-се Өфө һайлау округында – Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға, шулай уҡ 113 – урындағы үҙидара вәкәләтле органдарына, Межгорье ябыҡ автономлы округтың ҡала округы һәм 81 ауыл биләмәләре советтарына депутаттарҙы өҫтәмә һайлау ҡаралған. Фото: Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы.