“Борай урманы” автономиялы учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре ябыҡ тамыр системалы ябай ҡарағай орлоҡтарын кассеталарға ултыртыу буйынса эш алып бара. Был эште Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы учреждениелар “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә алып бара. Процесс бер нисә этапта бара: буш кассеталарҙы субстрат (торфогрунт) менән тултырыу – соҡорҙар барлыҡҡа килтереү – кассеталарға сәсеү – мульча түшәү. Бынан һуң әҙер кассеталарҙы аҫлыҡҡа ҡуялар, артабан үҫтереү өсөн теплицаларҙа сығаралар. Борай урмансылары 3,5 мең кассета сәсергә ниәтләй, ул урмандарҙы тергеҙеү эштәрен башҡарыу өсөн биләмәләрҙә 250 мең самаһы ябай ҡарағай үҫентеһен үҫтерергә ярҙам итәсәк. Ағас үҫентеләренең бер өлөшөн Борай һәм Казанцев участка урман хужалыҡтары биләмәләрендә быйыл көҙ үк ултыртыу планлаштырыла. Шулай уҡ учреждение хеҙмәткәрҙәре ағымдағы йылда 2,5 мең кассета ҡарағай һәм 500 кассета ҡарағас орлоҡтарын сәскән, әле үҫентеләр артабан үҫтерелә. Ябыҡ тамыр системаһының өҫтөнлөктәре: - Асыҡ тамыр системаһы менән үҫтерелгән үҫентеләрҙе ултыртыу өсөн 2-3 йыл кәрәк, ә ябыҡ ысул менән – өс ай. - Миллион үҫенте үҫтереү өсөн ябыҡ тамыр системаһында 20 килограмм орлоҡ кәрәк, асыҡ тамыр менән – 60 килограмдан ашыу. - Асыҡ системала үҫентеләрҙең 80 проценты үҫеп китә, ябыҡ система менән 98 процентҡа тиклем етә. - Ябыҡ система менән үрсетелгән үҫентеләрҙе – майҙан алып сентябрь аҙағына тиклем, асыҡ менән апрель аҙағынан июндең яртыһына тиклем ултыртырға мөмкин. Билдәле булыуынса, “Экология” (национальный проект “Экология”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Урман хужалығы министрлығы