Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн Рәсәй Оборона министрлығы менән контрактҡа ҡул ҡуйған Башҡортостан халҡы бер тапҡыр 505 мең һум аласаҡ. Рәсәй Оборона министрлығы һәм муниципалитеттарҙың контракт төҙөгәндә бирелгән түләүҙәре менән бергә дөйөм түләүҙәр күләме 1 миллион һумға тиклем артасаҡ. Был хаҡта бөгөн Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин хәбәр итте. Был ҡағиҙә быйыл 10 июлдән ғәмәлгә инә. – Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡушыуы буйынса, 10 июлдән контракт буйынса хәрби хеҙмәткә барған граждандарға түләүҙәр күләме арта. Әгәр быға тиклем бер тапҡыр бирелә торған түләү суммаһы 205 мең һум тәшкил итһә, хәҙер ул республика бюджеты иҫәбенә 505 мең һумға еткерелә. Контракт төҙөгәндә Рәсәй Оборона министрлығы һәм муниципалитеттарыбыҙ биргән түләүҙәр менән бергә дөйөм алғанда 1 миллион һумға етәсәк. Был Радий Фәрит улының бөтә хәрби хеҙмәткәрҙәребеҙгә: контрактсыларға ғына түгел, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыларға, шул иҫәптән м
Башҡортостанда хәрби контракт төҙөгәндәргә 1 миллион һум түләйәсәктәр
9 июля 20249 июл 2024
1 мин