Найти тему
Башҡортостан гәзите

«Коломенское» музей-ҡурсаулығында 36-сы тапҡыр Мәскәү һабантуйы үтте

Төрки халыҡтарының традицион байрамынан Мәскәү һабантуйы халыҡтар байрамына әйләнде, 200 меңдән ашыу кешене йәлеп иткән сара донъялағы иң күләмле ваҡиғаларҙың берһе тип танылды. Һабантуйҙың абруйлы ҡунаҡтары араһында Башҡортостан Хөкмәте Премьер-министры Андрей Назаров, Рәсәй Федерацияһы сенаторы – Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай вәкил Олег Голов, Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Ришат Халиҡов булды. Мәскәү ҡалаһының Милли сәйәсәт һәм төбәк-ара бәйләнештәр департаменты етәксеһе Виталий Сучков һабантуй ҡунаҡтарына Мәскәү мэры Сергей Собяниндан рәсми сәләмләү хаты тапшырҙы: – Байрам күп милләтле Рәсәйҙең мәҙәни тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшөнә әүерелде. Бөгөн ул йәнә дуҫтарса аралашыу, шатлыҡлы хис-тойғолар һәм сағыу тәьҫораттар урынына әүерелде. Концерттар, ярыштар, күргәҙмәләр, халыҡ уйындары, оҫталыҡ дәрестәре, йәрминкәләр, милли аш-һыу – былар барыһы ла байрамға ҡабатланмаҫ биҙәк өҫтәй, изгелек һәм бер-береңде хөрмәт итеү мөхитен тыуҙыра. Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров һабантуй ҡунаҡтарын һәм унда ҡатнашыусыларҙы ҡотланы, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың сәләмләү хатын уҡып ишеттерҙе: - Һабантуй илебеҙҙең күп төбәгендә, яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙә уҙғарыла. Был көндә хеҙмәт кешеһен, үҙ эшенең оҫталарын, үҙ ерендә эшләгән хеҙмәткәрҙәрҙе, уны ҡорал менән һаҡлаған батырҙарҙы ҙурлайҙар. Яугирҙәребеҙгә ныҡышмалыҡтары, ҡаһарманлыҡтары һәм антҡа тоғролоҡтары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ! Илебеҙ ҡеүәтен нығытыу, милли йолаларҙы һәм туған телдәрҙе һаҡлау, Рәсәй халыҡтарының рухи мираҫын һәм мәҙәниәтен үҫтереү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Еңеү беҙҙеке буласаҡ! Башҡортостан мәскәүлеләрҙә һәр ваҡыт ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Һабантуй биләмәһендә башҡорт ауылы эшләне, уны Ейәнсура һәм Ҡырмыҫҡалы райондары вәкилдәре алып килгән тирмәләр биҙәне. Танылған шәлдәрҙең тыуған ере – Ейәнсура районы. Мәскәү һабантуйында йылы һәм еңел мамыҡтан эшләнгән әйберҙәрҙән тыш, йөн эшкәртеүҙән алып төрлө бәйләү биҙәк менән шәл бәйләү эшенең барышын да күрергә мөмкин ине. Оҫталыҡ дәрестәрендә байрам ҡунаҡтары биҙәктәрҙең мәғәнәһе хаҡында мәғлүмәт менән танышты, ҡайһы берәүҙәр башҡорт шәлдәрен һатып та алды. 2024 йыл Рәсәй Президенты тарафынан Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Һабантуй - ул ғаилә байрамы. Тап шуға ла Ейәнсура районы мәҙәниәт йортоноң «Сәсән» фольклор-эстрада ансамбле ҡунаҡтарға «Килен төшөрү» милли йолаһын күрһәтте. Шунда уҡ ҡунаҡтар кейеҙ баҫыу, ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәрен әҙерләү эшен күҙәтә алды. Һәм, әлбиттә, ҡурайҙың нисек яһалыуы ла халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе, халыҡ уйындары буйынса ярыштар: «Бәйге», тоҡ менән һуғыш, массрестлинг һәм башҡалар – был сараларҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла башҡорт ихатаһында сәхнәлә уйнатылған лотерея билеттарына эйә булды. Алты кеше Башҡортостан шифаханаларына юллама алды. Сауҙа павильондарында һәм тирмәлә теләгән һәр кем башҡорт милли аш-һыуын тәмләп ҡараны, бал, талҡан, үлән сәйҙәре һатып алды. Башҡорт ихатаһында Өфөнөң 450 йыллығына арналған экспозиция ҡуйылды. Бынан тыш, ҡунаҡтарҙы башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың һәйкәленең күсермәһе ҡаршы алды, уны Мейәс ҡалаһынан оҫта Эдуард Тажетдинов эшләгән. Милли көрәш – һәр һабантуйҙың сағыу ваҡиғаһы. Билбау көрәше буйынса Донъя кубогының финал ярыштарында 15 илдән көрәшселәр ҡатнашты. Рәсәй йыйылма командаһында Башҡортостан Республикаһы данын Дим Хәйруллин, Рушан Ильясов һәм Айгиз Зәйнетдинов яҡланы. Быйыл Мәскәү мосолмандары Диниә назаратынан белем биреү киңлеге ғаилә ҡиммәттәренә арналды. Теләгән һәр кем «Изгелек менән уртаҡлаш» тигән квеста ҡатнашты. МИР телеканалы майҙансығында байрам ҡунаҡтары түбәтәй тегергә өйрәнде, милли кейемдәрҙә фотоға төштө. «Бишбармаҡ» башҡорт коллективының сығышы был майҙансыҡтың биҙәге булды. Мәскәү һабантуйы барышында музей-ҡурсаулыҡтан ситтә ат сабышы ла ойошторолдо. Йәш спортсылар ат өҫтөндә йөрөү, атты менгегә өйрәтеү, конкур буйынса көс һынашты. 2024 йылғы Мәскәү һабантуйының үҙенсәлеге – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ихтирам күрһәтеү. Башҡорт ихатаһы тирмәләренең береһендә Хәрби дан музейының яугирҙәребеҙгә – Тыуған илде нацизмдан һаҡлаусы геройҙарға арналған экспозицияһы тәҡдим ителде. Сәхнә иртәнән кискә тиклем туҡтауһыҙ гөрләне, унда Башҡортостан сәнғәт оҫталарының концерт программаһы тәҡдим ителде. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисткаһы Нәзифә Ҡадирова, Башҡортостандың халыҡ артистары Ғәли Алтынбаев, Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Әлфиә Юлсурина, Лилиә Ишемйәрова, Рушан Биктимеров, Заһир Иҫәнсурин, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Тимур Рамазанов, Рөстәм Шаһыбалов, Салауат Мөхәмәтйәров, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солистар Фәриҙә Ғаззалова, Алмас Сирусин, Венер Сәйфетдинов, Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһенең Бейеү театры, Ҡырмыҫҡалы районы һәүәҫкәрҙәре тамашасыларҙы дәртле сығыштары менән ҡыуандырҙы. Шулай уҡ «Ағиҙел» Башҡортостан художество кәсептәре» дәүләт унитар предприятиеһы оҫталарының «Рабиға» коллекцияһы күрһәтелде. Мәскәү һабантуйы тамашасыларҙың яратҡан йырсылары Илдар Абдуллин, Әлфиә Ниғмәтуллина һәм «Зәйнетдин» шоу-проектының сығышы менән тамамланды. Ә бәләкәй сәхнәлә, Башҡорт ихатаһында, һабантуйҙы «Бишбармаҡ» оркестрының сәғәт ярымлыҡ концерт-дискотека йомғаҡланы. Былтырғы кеүек үк, һабантуйҙы Мәскәү, Башҡортостан, Татарстан хөкүмәттәре һәм Мәскәү ҡалаһының Татар милли-мәҙәни автономияһы ойошторҙо. Автор: Лариса САКАЕВА. Фото: Валерия Мәһәҙиева, Андрьян Бурулёв.