Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бөгөн дә бер бала батты...

Кисә генә Өфө районында ун йәшлек ҡыҙыҡайҙың батып үлеүе тураһында хәбәр иткәйнек. Бөгөн насар хәбәр Белорет районынан килде. Бәхетһеҙ осраҡ Ағиҙел йылғаһында була. Дүрт бала шлюз янында һыу инә. Бер мәлдә ете йәшлек малай шлюзға яҡын йөҙөп бара һәм көслө ағым уны тартып ала. Бала һыу аҫтына китә һәм башҡаса сыға алмай. Урынға Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары бара. Әлеге ваҡытта малайҙың кәүҙәһе табылмаған. Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта әйтеүенсә, баланы эҙләү дауам итә. Малайҙың ғаиләһе менән психологтар эшләй. Был хәл буйынса тикшереү башланған. Фото: МЧС.