Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы директоры Замир Йәнтүрин махсус хәрби операция биләмәһендә өлөшләтә мобилизация сиктәрендә ҡатнаша. Мәскәү һабантуйында ул «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. – Награданы тап илебеҙҙең баш ҡалаһында милли һабантуй байрамында алыу минең өсөн икеләтә ҡыуаныслы. Башҡортостан Республикаһы етәкселегенә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Бөгөн халҡыңдың, айырыуса үҫеп килеүсе быуындың мәҙәниәтен һәм тарихын белеү мөһим, – тине Замир Таһир улы. Мәскәү һабантуйы тураһында тулыраҡ сайтыбыҙҙа алдағы мәҡәләлә уҡығыҙ. Фото: БР Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәте.