«Иннопром-2024» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Күмертауҙан эшҡыуар Светлана Халфина ағас каркас конструкцияларҙан юғары кимәлдәге завод әҙерлегендәге модуль ҡоролмалар етештереү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу буйынса Килешеү төҙөнө. Планлаштырылған инвестициялар күләме - 100 миллион һум. - Инвестор яңы һатып алынған 6000 квадрат метр майҙанлы производство бинаһына капиталь ремонт үткәрә. Ҡорамалдар һатып алынған, технология эшләнгән, тәжрибә өлгөләре әҙерләнгән, завод һәм климат һынауҙары үткәрелгән. Проектты тормошҡа ашырыу юғары кимәлдәге завод әҙерлегендәге модулле ҡоролмаларҙың конкурентлы сәнәғәт производствоһын булдырырға һәм Рәсәй Федерацияһының ошондай технологиялар буйынса сит илдәргә бәйле булмауына мөмкинлек бирәсәк, – тип билдәләне Башҡортостан Премьер-министры Андрей Назаров. Юғары кимәлдәге модулле ҡоролмалар етештереү технологияһының төп өҫтөнлөгө - конструкцияның металл конструкцияларға торошло ҡатылығы, заводта сыҡҡан модулле конструкцияларҙың төрлө стадиялағы, шул иҫәптән тулыһынса әҙерлеге. Яңы производствоны Көйөргәҙе районының Ермолаевка ауылында урынлаштырыу күҙаллана. Белешмә. С. М. Халфина шәхси предприятиеһы 20 йылдан ашыу ҡыйыҡ һәм фасад материалдары, һәр төрлө ҡатмарлыҡтағы элементтар етештерә. Яңы технологиялар ҡулланып, торлаҡ булмаған биналарҙы реконструкциялау, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ төҙөлөшө буйынса хеҙмәттәр күрһәтә. Иннопром-2024 халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһе Екатеринбургта 2024 йылдың 8 июленән 11 июленә тиклем үтә. Уның төп темаһы – “Технологик партнерлыҡ: киләсәк образын формалаштырыу”. Партнер ил - Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре. Мәғлүмәт: https://pravitelstvorb.ru/news/24401/
Башҡортостан Хөкүмәте һәм Күмертауҙан эшҡыуар Светлана Халфина инвестиция проектын тормошҡа ашырыу буйынса Килешеү төҙөнө
9 июля 20249 июл 2024
1 мин