Найти тему
Башҡортостан гәзите

Көн тәртибендә - берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу

Көн тәртибендә берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу һәм хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса «юл картаһы» сараларын үтәү мәсьәләләре ҡаралды. Мәҫәлән, яҡтар Өфө районы биләмәһендә Белоруссия-Башҡортостан индустриаль паркын ойоштороуҙы тикшерҙе. Уның өсөн идара итеүсе компания булдырырға ниәтләйҙәр, уның составына Башҡортостан һәм Белоруссия вәкилдәре инәсәк. Шулай уҡ Өфө районы биләмәһендә иген культураһын урып-йыйыуҙан һуң эшкәртеү өсөн машиналар һәм ҡорамалдар эшләү буйынса «АМКОДОР» белорус холдингы производстволарын үҫтереү буйынса фекер алышыу булды. Башҡортостанда продукция сығарыла башлай һәм хәҙер етештереүҙе һөҙөмтәлерәк ойоштороу өсөн һанлы ҡарарҙар әҙерләүгә тотоналар. Бынан тыш, осрашыуҙа туризм өлкәһендә артабанғы хеҙмәттәшлек, атап әйткәндә, Өфөнән Белоруссияға өҫтәмә рейстар асыу мәсьәләһе тикшерелде. - Беҙ йәнә «юл картаһын» тикшерҙек. Иң мөһим мәсьәлә – Белоруссия-Башҡортостан индустриаль паркын булдырыу, – тип һөйләне журналистар менән әңгәмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. - Роман Александрович Головченко юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы менән эштәрҙең нисек барыуы менән ҡыҙыҡһынды. Беҙҙең кампус - илдә иң яҡшыларҙың береһе. Беҙ уны төҙөүҙең икенсе сиратын башланыҡ һәм белорус коллегаларын Өфөлә көтәбеҙ. https://glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/180601.html