Найти тему
Башҡортостан гәзите

Райондағы бер ауылға юл өҙөлгән

Ҡойма ямғырҙар арҡаһында Арша йылғаһында һыу ҡапыл күтәрелгән һәм Белорет районының Николаевка ауыл советы билмәһендәге юлдағы һыу үткәреү торбаларын йыуған. Был иһә 29 кеше йәшәгән ауылға юлдың өҙөлөүенә килтергән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 17.00 сәғәткә ҡарай һыу ҡайта башлаған, юлды тергеҙеү буйынса эштәр башланасаҡ. Ваҡиға урынында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығының һәм Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан төркөм дежур итә. Әлеге урындағы халыҡ ярҙам һорап мөрәжәғәт итмәгән. Баш идаралыҡта оператив штаб эшләй. Хәл контролдә тотола. Шул уҡ ваҡытта алдағы көндәрҙә көслө ямғырҙар көтөлә. Башгидрометтан иҫкәртеүҙәренсә, алдағы көндәрҙә хәүефле күренештәр көтөлә: 9 июлдә Башҡортостанда урыны менән көслө ҡойма һәм көслө ямғырҙар, эре боҙборсаҡ яуа, ел тиҙлеге секундына 21-26 метрға тиклем көсәйеүе һәм йәшен булыуы көтөлә. Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығынан.