Республика Эске эштәр министрлығы матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, яҡын сит илдән килгән 24 йәшлек ҡыҙ Октябрьскийҙа пенсионер ҡатынды алдауҙа ҡатнашҡан. Уны «һеҙҙең туғанығыҙ юл-транспорт ваҡиғаһына юлыҡты» схемаһы буйынса башын ҡатыралар. Ҡатын ҡыҙына язанан ҡотолорға ярҙам итеү өсөн 100 мең һум йыя. Был аҡсаны ул курьер ҡыҙға тапшыра. Ә икенсе көнөнә курьер сит илгә ҡасырға маташа. Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтсене Өфө аэропортында тота. Бынан алда «Республика Башкортостан» гәзите Нефтекамала курьер ҡыҙҙың мутлашыусылар алдаған ҡарсыҡҡа аҡсаһын һаҡлап ҡалырға ярҙам итеүе хаҡында яҙғайны. Мәғлүмәт: https://resbash.ru/news/proishestviya/2024-07-09/v-bashkirii-zaderzhali-kuriera-moshennikov-sobiravshuyusya-sbezhat-iz-strany-3840800