Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ер яҙмышын уртаҡлашыр дуҫтар кәрәк

Ауыл “Донъя тигәнең үҙеңә дуҫтар табырға, дуҫ менән дуҫты ла айыра белергә үҙенән-үҙе өйрәтә”, – тигән аҡыл эйәһенең һүҙҙәре менән нисек килешмәйһең? Ысын дуҫтар ауыр саҡтарҙа ла ят булмай, тормоштоң әсе-сөсөһөн бергә татыу араларҙы яҡынайта ғына. Дүртөйлө районында бер үк маҡсаттар, бер үк мораттар, бер иш тормош ғәме менән йәшәгән, ҡарар күҙгә баһадирҙай, мыҡты кәүҙәле, тос фекерле дуҫ егеттәрҙе осратыу хәбәрсе өсөн үҙе бер табыш инде. “Хөснөтдинов” крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Илшат Әнәс улы менән арпа, бойҙай, һоло, яҙғы бойҙай сәселгән баҫыуҙарҙы иңләй-иңләй, игенсенең көндәлек тынғыһыҙ мәшәҡәттәре, күңелен өйкәгән хәстәрҙәре һәм ҡанат ҡуйған һөйөнөстәре менән уртаҡлашыуыбыҙ. Бала саҡтан мал-тыуар тәрбиәләп, холоҡ-фиғелен күреп үҫкән үҫмер өсөн ауыл тормошо ғәҙәти күренеш. Һөнәр һайлау ҙа артыҡ ауырлыҡ тыуҙырмай, егет ветеринария табибы булырға ҡарар итә һәм Әнгәсәк ветеринария дауаханаһын 15 йылға яҡын етәкләй. 2020 йылда уға бурысҡа батып, көрсөккә килеп терәлгән “Танып” колхозы базаһында яңы хужалыҡ булдырыу тәҡдиме менән мөрәжәғәт итәләр. Тәҡдим, бер яҡтан, ҡыҙыҡлы ла кеүек, нимәгә булдыҡлылығыңды иҫбатлау өсөн бынан да яйлыраҡ осраҡ юҡтыр. Икенсенән, Илшат Әнәс улы алда торған бурыстарҙың ҡатмарлылығын яҡшы аңлай. Нефтселәр эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә боҙолған ерҙәрҙе тергеҙеү, тәртипкә килтереү үҙе генә лә оло мәшәҡәт. “Мин эш башлағанда хужалыҡтан ҡалған ике тырма ғына бар ине, сәскестәр ҙә юҡ. 1200 гектар тәшкил иткән биләмәне тәрбиәгә алыу тәүҙә бер аҙ ҡурҡытты, әлбиттә”, – тип хәтерләй тәүге ҡатмарлы хеҙмәт көндәрен эшҡыуар. Етәксе иң тәүҙә эште мал-тыуар аҫралған биналарҙы тәртипкә килтереүҙән башлай. Корпус эстәрен ремонтлау, түбәләрҙе, электр тапшырыу линияларын яңыртыу эштәре тамамланғас, иген һаҡлағысҡа тотоналар, машиналар ремонтлау өсөн йылы боксты йыһазландыралар, яйлап техника ала башлайҙар. Хужалыҡты эшҡыуар ҡулына тапшырғанда 140 һыйыр малы һәм 220 гектар сәсеү майҙаны иҫәпләнә. Хәҙер инде был һандар ике тапҡырға артҡан. Илшат Әнәс улы табип-ветеринар ғына түгел, сәсеү етһә – агроном, техника ремонтлау мәле башланһа – инженер, оҙаҡламай зоотехник һөнәрен дә үҙләштерәсәк әле. Көтөүлектә эркелеп йөрөгән һыйыр малдары араһында айырылып торған абердин-ангусс тоҡомона иғтибарҙы йүнәлтеп, етәксе тап ошо малды үрсетеүгә өҫтөнлөк бирәсәктәрен, нәҫел үгеҙе алғандарын белдерҙе. – Ит етештереүгә күсергә уйлайбыҙ. Абердин-ангусс тоҡомона туҡталыуыбыҙ юҡҡа түгел, был малҡайҙар тиҙ үҫә, талымһыҙ, иттәре юғары ҡиммәтле, тәмле, хәҙер был тоҡомдо үҙебеҙ үрсетергә ниәтләйбеҙ. Ауыл хужалығын заманса техниканан башҡа күтәреп булмай, әлеге мәлдә ошо мәсьәлә хәл итеүҙе көтә, – ти етәксе. Хужалыҡҡа бөгөндән комбайн, уңыш йыя торған техника кәрәк, тәүге аҙымдарын яһаған ойошмаға әллә нисәмә миллиондарға төшкән ҡорамалдарҙы алыуҙың әлегә ҡулдан килерлек булмауы билдәле. Шулай ҙа үҙенең ниндәй оло эшкә тәүәккәлләп тотонғанын яҡшы аңлаған фермерҙың күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп ултырырға форсаты юҡ, “эшләргә кәрәк!” – ти ул. “Ошо егет кәйефте күтәрҙе” Йәйге матур тәбиғәт, иркен баҫыуҙар, мал-тыуар утлаған көтөүлектәр ошо ерҙе матурларға тыуған хеҙмәт кешеләренең көндәлек хәстәре менән тыуҙырылған. Ер бит үҙе данлай һәр булдыҡлы ирҙе... Үҙебеҙ ҙә һиҙмәйенсә, ошо ерҙән көс-ҡеүәт алып йәшәйбеҙ түгелме? Беҙҙең эргәгә ҙур машинаһы менән елдереп килеп туҡтаған Динар Дамир улы Ильясов менән танышабыҙ. Яҡташ егеттәрҙең айырылғыһыҙ дуҫтар, хис-тойғоларға бай фекерҙәш, уйҙаш икәнлеген тиҙ аңланыҡ. – Ошо баҫыуҙарға күҙ һалған һайын, нисек шатланғанымды белһәгеҙ ине! Мин үҙем яҡындағы Йосоп ауылынанмын. Был ерҙәр байтаҡ ваҡыт ташландыҡ хәлдә булып, үткән-һүткән һайын йәнгә тейеп, кәйефте төшөрөп ятты. 670 гектар ер бейек-бейек үләндәр менән ҡапланды, уңдырышлы баҫыуҙарҙың бер файҙаһыҙ сүп баҡсаһына әүерелеүен күреүе ауыл балаһы өсөн нисек ауыр икәнлеген аңлайһығыҙҙыр. Илағы килә ине ошо ерҙәр эргәһенән үткәндә... Баҫыуҙарҙың хужаһы килеп сығыуына ауылдаштар менән берҙәй һөйөнөштөк. Ул саҡта Илшат менән яҡшы таныш та түгел инек әле, хәҙер айырылғыһыҙ дуҫтарбыҙ, уртаҡ хәстәрҙәребеҙ ҙә бар. Улдарыбыҙ ҙа дуҫ-иптәш, спортсылар, – тип һүҙ башланы Динар Дамир улы. Ул да эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, нефть компанияһында хеҙмәттәр күрһәтеү менән мәшғүл. – Йүгерек Таныптың сабыр Ағиҙелгә ҡушылған, тәбиғәт ҡомартҡыһына әүерелгән Ҙур Йылан күле, Ҡыҙыл китапҡа индерелгән һирәк осрай торған үҫемлектәре, дарыу үләндәре, ҡарағай урмандары, ҡырағай йәнлектәре менән дан тотҡан Йылан заказнигы булған шундай гүзәл ерҙә йәшәүебеҙ менән бәхетлебеҙ. Тәбиғәт аҡрынлап тергеҙелә, ҡоралай, ҡабан, төлкө, ҡуян һәм башҡа йәнлектәр күренә башлауына шаһитбыҙ. Тәбиғәт – беҙҙең өсөн илһам сығанағы, ҙур хыялдарҙың шишмә башы. Илшат биләмәләрҙе матурлау, ерҙәрҙе тигеҙләү, соҡор-саҡырҙарҙы бөтөрөү өҫтөндә байтаҡ эш башҡарҙы ла инде, – ти ул, дуҫының тынғыһыҙ эшмәкәрлегенә һоҡланып. – Фермерлыҡтан тыш, яҡташтарының көнкүрешен яҡшыртыу, урамдарҙы таҙартыу, ҡойма тотоу эштәрендә ҡатнаша, мәсеткә матди ярҙам күрһәтә. Икебеҙ ҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ярҙам итеүҙе төп бурысыбыҙ итеп иҫәпләйбеҙ. Юҡ, рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү йәки наградалар алыу өсөн тип уйлай күрмәгеҙ, Тыуған ил, тыуған төбәк мәнфәғәттәре беҙҙең өсөн барыһынан да өҫтөн, ил тойғоһо беҙҙең намыҫыбыҙҙа, беҙ шулай тәрбиәләнгәнбеҙ, – ти элекке хәрби десантсы. “Беҙ булмаһаҡ, тағы кем?” Ат ир-ат өсөн хеҙмәттә ышаныслы таяныс ҡына түгел, ә уның уң ҡанаты ла булған. Машиналар күптән урамдарҙы ҡаплаһа ла, аттар ҙа һаман заман йөгөн тартыуҙан туҡтамай. Илшат Әнәс улы ла ҙур ғорурлыҡ менән йылҡы өйөрөн күрһәтергә уйланы. Ҡойма менән уратып алынған тәбиғәт мөйөшөндә утлаған аттарҙың хужаның сигнал биреүе менән беҙҙе ҡаршыларға елеүен күреп ғәжәпләндек. Нисек өйрәткәндәрҙер малҡайҙарҙы? “Көн дә ашатһаң, шулай ҡаршылайҙар улар”, – ти йылмая фермер. Егеттәр үҙҙәренең махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына ниндәй ярҙам күрһәтеүҙәре менән ихлас уртаҡлашты. Былтыр яугирҙәрҙең күсмә мунса кәрәклеге тураһындағы һорауын үтәү өсөн ауыл халҡы менән УАЗ машинаһы һатып алалар. – Махсус хәрби операция зонаһына алты машина ебәрҙек. Уларҙы һатып алабыҙ, ремонтлайбыҙ, буяйбыҙ, комплектлайбыҙ. Элек хәрби хеҙмәттә булған егеттәр һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер. Яугирҙәр ошо машиналар ярҙамында яралыларҙы һуғыш яланынан сығарыуҙары, үлемдән ҡотҡарыуҙары тураһында күҙ йәштәре аралаш рәхмәт белдерә. “Һеҙ хатта күҙ алдына ла килтермәйһегеҙ, беҙҙең күпме һалдатты ут эсенән ҡотҡарғанды”, – ти улар. Беҙҙең хәрәкәткә ҡушылмаған, битарафлыҡ күрһәткән ҡайһы бер “дуҫтарҙы” телефондағы исемлектән юйып ташларға ла тура килгеләне, нишләйһең... Ватан һағындағы яҡташтарыбыҙға ярҙам итеү хәрәкәтен бары көсәйтергә бурыслыбыҙ, беҙ башҡармаһаҡ, тағы кем? – ти егеттәр. Ошо көндәрҙә ауыл биләмәләре башлыҡтары семинарында сығыш яһап, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операция бурыстарын хәл итеүҙе төп мәсьәлә итеп ҡуйҙы. “Бында бөтә ресурстарҙы мобилизациялау талап ителә. Тәү сиратта был алғы һыҙыҡтағы яугирҙәргә ярҙам итеүгә ҡағыла. Республика был йүнәлештә күп эштәр башҡара. Һәр муниципалитет дөйөм эшкә өлөшөн индерә. 130-ға яҡын гуманитар ылау оҙатылды”, – тип белдерҙе республика етәксеһе. Яугирҙәребеҙ өсөн бик кәрәкле булған бындай гуманитар йөктәр тап ошондай ышаныслы, Ватан именлеге, тыуған яҡ матурлығы өсөн янып йәшәгән кешеләрҙең әүҙем ҡатнашлығында башҡарыла ла инде. Эшҡыуарҙар Дүртөйлөнөң ғорурлығы, иң йәмле урындарының береһе булған Ағиҙелдең бейек яры буйындағы монумент комплексына алып килде. Хәрби-десантсылар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлде урынлаштырыу идеяһы менән Динар Дамир улы янып йөрөй, байтаҡ ойоштороу эштәрен өҫтөнә ала. “Хәрби туғандашлыҡ”тың урындағы бүлексәһе әүҙемселәре, Һауа-десант ғәскәрҙәре, махсус тәғәйенләнеш ветерандары средстволары һәм район хакимиәте етәкселеге ярҙамында эште атҡарып сығалар. Һәйкәлдең авторы – Магнитогорск ҡалаһы скульпторы С.А. Елкин. Динар Ильясов үҙе лә десантсы, тәүге Чечен компанияһында уға ла утты-һыуҙы кисергә тура килгән. Шулай итеп, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған дүртөйлөләр иҫтәлегенә төҙөлгән ғәжәп матур, күләмле монументты “Беҙҙән башҡа бер кем дә түгел!” тип аталған һәйкәл тағы ла тулыландыра, йөкмәткеһен байыта төшкән. – Дүртөйлөнөң йылдан-йыл йәшәү һәм ял итеү өсөн уңайлыраҡ, күркәмерәк була барыуын һәр кем күрә торғандыр. Урамдарға асфальт түшәлә, тротуарҙар, бордюрҙар һалына. Элек дегәнәктән башҡа бер ни үҫмәгән балалар паркын күргәнегеҙ бармы? Иҫ киткес матур ял урынына әүерелеп, район үҙәгенә яңы һулыш бирҙе ул. Был ҙур эштәрҙең артында торған район хакимиәте етәксеһенә, уның уңған командаһына уңыштар теләйбеҙ. Беҙ халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итәсәк башланғыстарҙы хуплап, ярҙам итергә һәр саҡ әҙер, – ти Дүртөйлөнөң булдыҡлы ир-егеттәре. Динә Арыҫланова. Дүртөйлө районы. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.