"Үҙ эшенең оҫтаһы" тип аталған конкурста Мәсетле районының Һабанаҡ ауылы почтальоны Гөлнур Лоҡманова ла ҡатнаша. Ауылдаштары уны тик маҡтап һөйләй, һәр кемгә ярҙамсыл булыуына айырып билдәләйҙәр. – Исеме есеменә тап килеп тора, беҙҙең Гөлнурыбыҙ гәзит таратҡанда гөлдәй балҡып, нурға ҡойондороп йөрөй, эшен ваҡытында башҡарырға күнеккән, – тип һөйләй Илүзә Усманова. – Шуның өсөн дә уны барыһы ла хөрмәт итә, ярата. Гөлнур Вәлиәхмәт ҡыҙының һүҙҙәренә ҡарағанда, ул эште еренә үтәүҙе бәләкәйҙән күңеленә һеңдереп үҫкән. "Ашыҡма, өлгөр бул", "иртә торһаң ит бешә, һуң торһаң бит бешә" тигән мәҡәлдәргә таянып донъя көтә. Һабанаҡ урамында беҙ ҙә Гөлнур ханымды осратып һөйләшеп торҙоҡ. Сумкаһы ҡалын ғына күренә ине, һәр өйгә туҡталыуына ҡарағанда, һабанаҡтарҙың ваҡытлы матбуғатты күпләп алдырыуын аңларға мөмкин. – Беҙҙә гәзит-журнал уҡымаған йәки йортона алдырмағандар һирәктер, хатта йәй миҙгелендә ситтән ҡайтҡандар ҙа ошо осорға яҙыла, – тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты Гөлнур Вәлиәхмәт ҡыҙы. Фото Гөлнур Лоҡманованың шәхси архивынан.