Сусҡа итен ашау мосолмандарҙа ғына тыйылған, тип уйламағыҙ. Йәһүдтәр ҙә унан сикәнә. Был хайуанды хатта үҙ исеме менән атамаҫҡа тырышалар. Ә христиандарҙың Библия китабында сусҡа ите менән туҡланыусыларҙың һындарға табыныусылар менән бергә ҡырылып бөтәсәге хаҡында әйтелгән... Мосолмандарға был хайуандың ите тыйылған икәнен, моғайын, беләһегеҙҙер. Әммә бәғзе берәүҙәр, етди дәлил юҡ бит, тип, иҫкәртеүҙәргә ҡолаҡ һалмай. Йәнәһе, сусҡаны батҡаҡҡа сумып ятырға яратҡаны өсөн генә, ерәнеп, ашамайҙар. Ә бит йәһүдиҙәр ҙә сусҡа итенән сикәнә. Улар был хайуанды хатта үҙ исеме менән атамаҫҡа тырыша. Муса бәйғәмбәргә тиклем үк дуңғыҙҙы ашарға ярамай, тип һанағандар. Иҫке Ғәһед китабында иһә йәнлектәр “бысраҡ” һәм “таҙа” төркөмдәргә бүлеп күрһәтелгән, көйшәүселәре һәм икегә ярылған тояҡлылары ғына аҙыҡ сифатында файҙаланыуға рөхсәт ителгән. Мәғлүм булыуынса, сусҡалар көйшәмәй. Христиандар ҙа һағайырға тейеш: Библия китабында сусҡа ите менән туҡланыусыларҙың һындарға табыныусылар менән бергә ҡырылып