Найти тему
Башҡортостан гәзите

Йәмәғәт палатаһы алдында ниндәй бурыстар тора?

Киләсәктә республикабыҙҙа граждандар йәмғиәте ниндәй йүнәлеш алыр? Уның ҡайһы институттары, төбәгебеҙҙең битараф булмаған кешеләре мөһим мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә һәм алда ниндәй бурыстар тора? Ошо һәм башҡа һорауҙарға Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов журналистар өсөн ойошторолған матбуғат конференцияһында тулы итеп һөйләне. – Йәмәғәт палатаһы йылдан-йыл үҫешә, эшмәкәрлеген киңәйтә бара, – тине Данияр Мәүлейәр улы. – Ысынлап та, коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың артыуы, беҙҙең тарафтан ойошторолған сараларҙың күплеге, гранттар отоу һәм башҡа башҡарылған бихисап эштәр ошо турала һөйләй. Әлбиттә, халыҡ менән тығыҙ бәйләнеш булдырғанбыҙ, төрлө мәсьәләләр буйынса беҙгә мөрәжәғәт итәләр, барыһын да ентекле өйрәнәбеҙ, хәл ителмәҫтәй тойолғандарҙы уртаға һалып һөйләшәбеҙ - бөтәһе лә хәл ителә. Данияр Абдрахманов әйтеүенсә, Йәмәғәт палатаһы – тормошҡа битараф булмағандар өсөн асыҡтан-асыҡ һөйләшеү һәм фекер алышыу майҙансығы. Йәмәғәт күҙәтеүе – Йәмәғәт палатаһының сираттағы эш йүнәлеше. Ул нимәнән ғибәрәт? Мәктәптәрҙәге һәм балалар баҡсаларындағы ашхана ни хәлдә? Балаларҙы туҡландырыу яҡшы итеп ойошторолғанмы? Балалар майҙансыҡтарының торошо тәртиптә тотоламы? Балаларҙың йәйге ялы нисек ойошторолған? Ошоларҙың барыһын да ҡаты күҙәтеү аҫтына алған Йәмәғәт палатаһы. Әйткәндәй, һайлауҙарҙа уның ағзалары күҙәтеүсе булып эшләй. – Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һалдаттарға ярҙам итеү, уларҙың ғаиләләрен иғтибар үҙәгендә тотоу - шулай уҡ мөҡәддәс бурыстарыбыҙ, – тине Данияр Абдрахманов. Фото: Илдар Аҡъюлов.