Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына тағы ла ике кандидат документтар тапшырҙы

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 5 июлдә республиканың Үҙәк һайлау комиссияһына Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидат итеп теркәү өсөн Сухарев Иван Константинович документтар тапшырған. Кандидат урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарының 461 ҡултамғаһы менән ярҙам ҡағыҙҙары, Федерация Советы ағзаһы вазифаһына тәҡдим ителгән өс кандидатура тураһында мәғлүмәт, беренсе финанс отчеты, Рәсәй Федерацияһы биләмәһенән ситтә урынлашҡан сит ил банктарында иҫәптәре (вкладтары) булмауы, ҡулаҡса һәм ҡиммәттәре һаҡланмауы, сит ил финанс инструменттарына эйә булмауы һәм (йәки) файҙаланмауы тураһында белдереү ҡағыҙҙары менән таныштырған. 8 июлдә иһә Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһына Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидат итеп теркәү өсөн Владимир Александрович Нагорный документтар тапшырған. Кандидат урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарының 462 ҡултамғаһы менән ярҙам ҡағыҙҙары, Федерац

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, 5 июлдә республиканың Үҙәк һайлау комиссияһына Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидат итеп теркәү өсөн Сухарев Иван Константинович документтар тапшырған. Кандидат урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарының 461 ҡултамғаһы менән ярҙам ҡағыҙҙары, Федерация Советы ағзаһы вазифаһына тәҡдим ителгән өс кандидатура тураһында мәғлүмәт, беренсе финанс отчеты, Рәсәй Федерацияһы биләмәһенән ситтә урынлашҡан сит ил банктарында иҫәптәре (вкладтары) булмауы, ҡулаҡса һәм ҡиммәттәре һаҡланмауы, сит ил финанс инструменттарына эйә булмауы һәм (йәки) файҙаланмауы тураһында белдереү ҡағыҙҙары менән таныштырған. 8 июлдә иһә Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһына Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһына кандидат итеп теркәү өсөн Владимир Александрович Нагорный документтар тапшырған. Кандидат урындағы үҙидараның вәкиллекле органдары депутаттарының 462 ҡултамғаһы менән ярҙам ҡағыҙҙары, Федерация Советы ағзаһы вазифаһына тәҡдим ителгән өс кандидатура тураһында мәғлүмәт, беренсе финанс отчеты, Рәсәй Федерацияһы биләмәһенән ситтә урынлашҡан сит ил банктарында иҫәптәре (вкладтары) булмауы, ҡулаҡса һәм ҡиммәттәре һаҡланмауы, сит ил финанс инструменттарына эйә булмауы һәм (йәки) файҙаланмауы тураһында белдереү ҡағыҙҙары менән таныштырған. Башҡортостан Республикаһы Башлығына кандидаттарҙы теркәү 20 июлдә тамамлана. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 6 - 8 сентябрҙә республикала Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлау уҙасаҡ. Фото: www.bashkortostan.izbirkom.ru