Өфө районының Осоргин ауылында “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына (нацпроект “Жилье и городская среда”) ярашлы йәмәғәт ял итеү урыны булдырыла. Республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быға ҡәҙәр ауылда ундай уңайлы ял итеү урыны булмаған. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ: милли проекттар Рәсәй Федерацияһы Президенты В.В. Путиндың 2018 йылдың майындағы указына ярашлы тормошҡа ашырыла башлағайны. Осоргиндағы проект өсөн 2023 йылда Өфө районының күпселек халҡы тауыш биргән. Бында балалар өсөн, шулай уҡ спорт майҙансығы, туҡталҡа урыны, йәйәүлелр өсөн юдар булдырыла. Яҡтыртыу системаһы, эскәмйәләр, бәүелсәктәр, видеокүҙәтеү ҡуйыу ҡаралған, биләмәгә ҡарағайҙар ҙа ултыртыла, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә “Хәтер стелаһы” ҡуйыла. Ял итеү урыны проекты урындағы халыҡ фекерен иҫәпкә алып башҡарыла. Башҡортостанда “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты уңышлы атҡарыла. Уның ярҙамында республикала бихисап матур урын барлыҡҡа килде һәм эш артабан да дауам итә