Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылы янында 57 йәшлек балыҡсы йәшен һуғыуҙан һәләк булған. Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ир кисә көндөҙгө сәғәт ике тирәһендә ауылдан көньяҡ-көнбайыш йүнәлештә Үрген йылғаһы буйлап балыҡ тоторға киткән һәм кире әйләнеп ҡайтмаған. Ә бөгөн иртән туғандарының береһе уның кәүҙәһен ауылдан өс километр алыҫлыҡта тапҡан. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, көслө ямғыр башланғас, балыҡсы ағас аҫтында йәшен йәшнәүенән ҡасҡан. Ләкин тап ошо ағасты йәшен һуҡҡан. Тикшереү эше уҙғарыла. “Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, һәләк булған ир һыу ятҡылығы буйында балыҡ тотҡанда йәшенгә осраған. Һөҙөмтәлә шул урында йән биргән. Ир өйөнә ҡайтмағас, туғандары уны эҙләргә сыҡҡан һәм кәүҙәһен тапҡан. Әлеге ваҡытта ваҡиға сәбәптәрен асыҡлау өсөн тикшереү саралары ойошторолған”, - тип хәбәр иттеләр республика Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән. Фото: НТВ.