Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Өс балалы йәш яугирҙе ниндәй маҡсат йөрөтә?

Махсус хәрби операция биләмәһенә командировка барышында йәш кенә егеттәр менән дә танышып, аралашырға тура килде. 22-25 йәшлек егеттәрҙең тормошҡа етди ҡарашы, көслө рухлы, ныҡлы холоҡло булыуы һоҡландырҙы. Шундайҙарҙың береһе – Өфө районынан 23 йәшлек “Иваныч”. Ул, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, махсус хәрби операцияның тәүге көнөнән ил именлеге һағында булыусылар рәтенән. Өҫтәүенә – өс бала атаһы. “Иваныч”, 18 йәше тулып, сроклы хәрби хеҙмәткә алынғас, әҙерлек осоро тамамланыуға табан Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, хәрби тормошто һайлай. 2022 йылдың февралендә тап уларҙың полкына Украина ерендә тамыр йәйә башлаған нацистарҙы ҡыйратыу миссияһы ышанып тапшырыла. – Тәүге алышты яҡшы хәтерләйем. Башта ҡурҡыныс булды. Хәҙер инде һуғыш шарттарында йәшәргә лә, хәрби бурысты тейешенсә башҡарырға ла өйрәндек. Иң ауыры – иптәштәрҙе юғалтыу, бына ошоға өйрәнеп булмай, – ти “Иваныч”. Яраланыу сәбәпле уға хәрби хеҙмәттән китергә тура килә, әммә сәләмәтлеге нығыныу менән ул яңынан

Махсус хәрби операция биләмәһенә командировка барышында йәш кенә егеттәр менән дә танышып, аралашырға тура килде. 22-25 йәшлек егеттәрҙең тормошҡа етди ҡарашы, көслө рухлы, ныҡлы холоҡло булыуы һоҡландырҙы. Шундайҙарҙың береһе – Өфө районынан 23 йәшлек “Иваныч”. Ул, йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, махсус хәрби операцияның тәүге көнөнән ил именлеге һағында булыусылар рәтенән. Өҫтәүенә – өс бала атаһы. “Иваныч”, 18 йәше тулып, сроклы хәрби хеҙмәткә алынғас, әҙерлек осоро тамамланыуға табан Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, хәрби тормошто һайлай. 2022 йылдың февралендә тап уларҙың полкына Украина ерендә тамыр йәйә башлаған нацистарҙы ҡыйратыу миссияһы ышанып тапшырыла. – Тәүге алышты яҡшы хәтерләйем. Башта ҡурҡыныс булды. Хәҙер инде һуғыш шарттарында йәшәргә лә, хәрби бурысты тейешенсә башҡарырға ла өйрәндек. Иң ауыры – иптәштәрҙе юғалтыу, бына ошоға өйрәнеп булмай, – ти “Иваныч”. Яраланыу сәбәпле уға хәрби хеҙмәттән китергә тура килә, әммә сәләмәтлеге нығыныу менән ул яңынан контракт төҙөй. “Ни өсөн?” тигән һорауға ҡыҫҡа ғына итеп: “Тыуған илде кемдер һаҡларға тейеш бит”, – тип яуапланы. “Хәрби тормошҡа өйрәнгән инем”, – тип тә өҫтәне. Егет сроклы хеҙмәтте Һауа-десант ғәскәрҙәрендә үткән, данлыҡлы Маргелов мәктәбендә сынығыу алыуына, десантсы булыуына ғорурлана. “Иваныч” 2020 йылда ғаилә ҡорған, бөгөн уның өс йәшлек ҡыҙы һәм ике йәшлек игеҙәктәре үҫә. “Кәләшем хәрби тормошто һайлауыма баштан уҡ өйрәнде, сөнки бер нисә айға хәрби әҙерлеккә китергә тура килә ине. Балалар аңлап етмәй, өлкән ҡыҙым мине эштә тип уйлай”, – ти яугир. Былтыр декабрҙә “Иваныч”тың атаһы ла хәрби контракт төҙөп, МХО-ға юлланған. Ул – күрше взводта өлкән уҡсы. Атай кеше бер нисә йыл элек ғаиләһенән айырылған булһа ла, бында аталы-уллы мөмкинлек булғанда осрашырға, аралашырға тырышалар. “Иваныч” – аҙ һүҙле, етди холоҡло егет, тормош һынауҙары алдында ҡаушап ҡалмай торған заттан. Фронттағы хәлдәр тураһында һорашҡас, “Барыһы ла теүәл тәртипкә, командирҙарҙың бойороғона ярашлы ойошторола. Еңеү мотлаҡ беҙҙең яҡта буласаҡ!” – тип ышаныслы итеп әйтеп ҡуйҙы. Ошо ышанысты юғалтмайынса, һәр ваҡыт алға табан барып, бөтә ил халҡы менән көткән еңеүҙе тиҙерәк яулап ҡайтырға яҙһын “Иваныч” кеүек йәш кенә егеттәргә лә, уларҙың атайҙарына ла. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, контракт төҙөү мәсьәләләре буйынса республика халҡы берҙәм 177 белешмә номеры буйынса, Ситуация үҙәгенә 122 йәки (347) 218-19-19-19 телефондара аша, “Минең документтарым” күп функциялы үҙәгенең яҡындағы офисына мөрәжәғәт итә ала. Шулай уҡ булған һорауҙарға яуапты башбат.рф сайтында, контракт буйынса хәрби хеҙмәткә инергә теләүселәр өсөн һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам саралары тураһында "Телеграм"да мәғлүмәт таба алаһығыҙ. Башҡортостанда контракт буйынса хәрби хеҙмәткә йыйыу дауам итә. Мобиль пункттар республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында эшләй. Бында йыйыу тәртибе, льготалар һәм түләүҙәр тураһында консультация бирәләр, ниндәй документтар кәрәклеген аңлаталар. Дәүләт менән килешеүҙе пенсияға сыҡҡан запастағы хәрбиҙәр, саҡырыу буйынса сроклы хеҙмәттән һуң эшенән киткәндәр, шулай уҡ армияла булмаған, ләкин юғары йәки урта профессиональ белем алған ир-егеттәр ҙә төҙөй ала. Рядовойҙан алып прапорщикка тиклем контракт буйынса хәрби хеҙмәткә 65 йәшкә тиклемге ир-егеттәр ҡабул ителә. Авторы - В. УРАЗБАЕВ. Запорожье өлкәһе. Автор фотоһы.