Найти тему
Башҡортостан гәзите

Тәүге минуттарҙа уҡ һәләк булғандар

Быйыл яҙ башында Амур өлкәһендә фажиғә булды. “Пионер” шахтаһында 13, шул иҫәптән Башҡортостандан биш кеше һәләк булды. Уларҙы ике аҙна буйына ҡотҡарырға тырышып ҡаранылар, тик килеп сыҡманы, кешеләр емереклектәр аҫтында ҡалды. Әле иһә уларҙың үлеме сәбәбе асыҡланды. Авария тураһындағы эштең экспертизаһы “Известия” гәзитендә баҫылған. Уға ярашлы, бәхетһеҙ осраҡтың сәбәбе – ер аҫты һыуҙарының баҫыуы булған. Эксперт төркөмөнөң бер ағзаһы әйтеүенсә, шахта бер нисә минут эсендә һыу аҫтында ҡалған һәм кешеләрҙең, уларҙы эҙләү буйынса операция ике аҙна буйына дауам итһә лә, ҡотолоуға мөмкинлеге булмаған. Тимәк, улар аварияға эләгеү менән бер нисә минуттан уҡ йән биргән. Амур өлкәһендәге “Пионер” алтын табыу руднигы 18 мартта емерелде. Өйөмдәр аҫтындағы шахтала 13, шул иҫәптән Башҡортостандан биш кеше ҡалды. Уларҙың дүртәүһе – Сибайҙан, берәүһе Учалынан. Бөтәһе лә машинист булып эшләгән. Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы.