Кисә Белорет районында, Абҙаҡ ауылы янында ҡурҡыныс авария булды. Ике машина бәрелешеүҙән дүрт кеше зыян күрҙе, уларҙың өсәүһе – балалар. Әле иһә был кешеләрҙең кемлеге асыҡланды. Машиналарҙың береһендә Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһынан "ТВ-ИН" каналы журналисы Динә Наумова һәм уның өс балаһы китеп барған. Уларға ҡаршы яҡтан килгән автомобиль бәрелә. Ғаиләне ауыр хәлдә дауаханаға алып киткәндәр. Айырыуса Динәнең 12 йәшлек улы зыян күргән – уның умыртҡа һөйәге һынған, 7 йәшлек ҡыҙының янбашы һынған, ә 9 йәшлек ҡыҙҙың яңағы һынған. Ханымдың үҙендә – ҡорһағының тупаҫ йәрәхәтләнеүе һәм бихисап имгәнеүҙәр. Ғаиләгә тиҙерәк һауығыу теләйбеҙ. Юлдарығыҙ имен булһын! Фото: Маш-Баташ телеграм-каналы.