Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Милана йортло булды

Борай районында торлаҡ һатып алыуға социаль түләүҙәр алыуға торлаҡ сертификаты тапшырылды. Ул Милана Ғасимованың әсәһе – Зилә Ғасимоваға тапшырылды. Был шатлыҡлы ваҡиғаға “Башҡортостан Республикаһында инвалидтарға социаль ярҙам тураһында”ғы закон арҡаһында өлгәшелде. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу шулай уҡ "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты маҡсаттарына һәм бурыстарына тап килә. Хәҙер кескәй Милананың һәм уның ғаиләһенең социаль түләү менән файҙаланып, үҙаллы торлаҡ һайлап, уның милексеһе булыу мөмкинлеге барлыҡҡа килде. Торлаҡ менән тәьмин итеү темаһы һәр ваҡыт көнүҙәк. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә ошондай мөмкинлектәр биреү – муниципаль власть органдары эшенең мөһим өлөшө. Зилә Ғәсимова район хакимиәтенә ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе. "Беҙ һәр кешенең үҙ торлағын һатып алыу мөмкинлеге булыуын теләйбеҙ. Унда йылы, яҡты һәм уңайлы булырға тейеш. Ғасимовтар ғаиләһен ҡотлайбыҙ! Был беҙҙең район өсөн бик мөһим ваҡиға, Милананың һәм уның ғаиләһенең торлаҡ шарттарын яҡшыртырға ярҙам итәсәк. Ошо мөһим аҙымды ғәмәлгә ашырыуҙа уңыштар теләйбеҙ”, – тип билдәләне Борай районы хакимиәте башлығы Рушан Гәрәев. Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Борай районы хакимиәте.