Уҙған ялдарҙа Ишембай районының Ҡарайған ауылында урынлашҡан шәхси йортта янғын сыға. Янғын таңғы бишенселә башлана, ә йортта күп балалы ғаилә... Был хәлдең ҙур фажиғә менән тамамланыуы бар ине. Әгәр 14 йәшлек игеҙәктәр Эльвина менән Эльвира булмаһа. Урынға килеп еткән янғын һүндереүселәр килеп еткәндә уттың һүнгән икәнлеген күреп ҡала. Ә эш былай була. Янғын башланған саҡта йортта ҡатын һәм икенән 14 йәшкә тиклемге биш бәләкәй бала була. Өлкәндәре, 14 йәшлек Эльвина өйҙөң яна башлағанын һиҙеп уяна. Был саҡта бүлмәлә төтөн тула башлай һәм электр щиты янған була. Игеҙәк ҡыҙҙар ҡысҡырып ҡатынды уята. Шунда уҡ розетканан удлинителде тартып алалар. Унда бер юлы туңдырғыс камераһы, һыуытҡыс, һыу йылытҡыс һәм кер йыуыу машинаһы тоташтырылған була. Бынан һуң ҡыҙҙар тәҙрәне асып, бәләкәй балаларҙы тышҡа сығара. Ә әсәһе тышҡа сығып шланг ала һәм һыу тоҡандырып утты һүндерә. Һөҙөмтәлә, кешеләр зыян күрмәй, өй ҙә иҫән ҡала. Ни бары туңдырғыс, электр щиты һәм аш-һыу бүлмәһендә элмәле түбә генә яна. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығы ҡыҙҙарҙы бүләкләү өсөн документтар әҙерләй башлаған. Фото: Телеграм.