Найти тему
Башҡортостан гәзите

Баш ҡаланың 450 йыллығына арналған Бөтә Рәсәй форумы уҙҙы

Форум 25 июндә Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлегендә уҙҙы. Түңәрәк өҫтәл эшендә билдәле ғалимдар, юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашты. Форумдың фәнни өлөшөн билдәле ғалим-археолог, тарих фәндәре докторы, Рәсәй Фәндәр академияһы Археология институтының урта быуат археология бүлеге ғилми хеҙмәткәре Игорь Кызласовтың доклады асты. Игорь Леонидович – Евразия континенты ҡалаларының барлыҡҡа килеү һәм үҫешеү процестарының берҙәм һыҙатҡа буйһоноу концепцияһы авторы. Үҙенең сығышында ғалим авторлыҡ тикшереү методикаһы һәм шәхси практик эшмәкәрлек тәжрибәһе нигеҙендә боронғо Өфө ҡаласында урынлашҡан тәрән традицион күренештәрҙе асып бирҙе. – Өфө ҡаласығының мәҙәни ҡатламдары күрһәтеүенсә, ул беҙҙең эраның V быуатынан кәм тигәндә XV быуатына тиклем йәшәп килгән. Унда ҡала төҙөү, төҙөкләндереү, фортификация мәҙәниәттәренең үҫешкән булыуы күренә. Донъя тарихында бындай күп ҡатламлы, ҡатмарлы ҡаланы өйрәнеү тәжрибәһе әлегә юҡ, – тине Игорь Леонидович. Тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй халыҡтары тарихы һәм этник-ара мөнәсәбәттәр үҙәгенең баш ғилми хеҙмәткәре, ғилми секретары Жамал Рахаев Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты Вадим Винцерович Трепавловтың ғилми эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне. Өфө тарихы буйынса түңәрәк өҫтәлдә Өфө фән һәм технологиялар университетының Башҡортостан Республикаһы тарихы, археология һәм этнология кафедраһы мөдире, тарих фәндәре докторы, профессор Булат Аҙнабаев Өфө ҡалаһына нигеҙ һалынған осорҙа Рәсәйҙәге һәм төбәктәге сәйәси хәл тураһында һөйләне. Ғалим үҙенең сығышында билдәләүенсә, Өфөнө төҙөр алдынан Рәсәй хакимиәте һәм башҡорттар араһында ҡала өсөн бүленгән ҡәтғи сикләнгән ер участкаһы тураһында килешеү төҙөлгән. Ғалим фекеренсә, Өфө хакимиәтен ойоштороу 1590 йылда, Башҡортостанға тәүге Өфө воеводаһы Михаил Нагой ебәрелгәс башлана. Юридик фәндәр кандидаты, Өфө фән һәм технологиялар университетының уҡытыу-методика идаралығы начальнигы урынбаҫары Айнур Хәйбуллин Өфө ҡалаһында хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү тарихы тураһында һөйләне. Юрист ғалим Башҡортостандың Мәскәү дәүләтенә ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән нотариаль учреждениеларҙың ойоштороу һәм эшмәкәрлек барышында барлыҡҡа килгән ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе анализланы. Өфө ҡалаһы тарихы музейының баш ғилми хеҙмәткәре Валерий Молтусов Өфө ҡала начальниктарының тикшеренеүҙәр тәжрибәһен анализланы. Тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының төп ғилми хеҙмәткәре Марсил Фархшатовтың сығышы ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Марсил Нурулла улы 1874–1886 йылдарҙа Өфө ҡалаһына етәкселек иткән Дмитрий Волковтың ҡала тарихына бәйле архив материалдары коллекцияһына анализ яһаны. Ғалим башҡорт мәғрифәтсеһе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың Волков коллекцияһын булдырыуҙағы ролен билдәләне. Марсил Фархшатов һүҙҙәренсә, ул сығанаҡтарҙы төрки һәм рус телдәренә тәржемә иткән. Ғалим республикабыҙ баш ҡалаһының тулы һәм ентекле тарихын яҙыу мәсьәләһен күтәрҙе, сөнки һуңғы тикшеренеүҙәргә 50 йыл үткән. Тарих фәндәре кандидаты, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты доценты Салауат Хәкимов XIX быуатта Өфө ҡалаһы полицияһының эшмәкәрлеге һәм кадрҙар составы хаҡында һөйләне. Ғалим ошондай ҡыҙыҡлы факт килтерҙе: ул осорҙа Рәсәй империяһының губерна ҡалалары полицмейстерҙары араһында бер генә мосолман кешеһе теркәлгән. Ул Хиуа походында ҡатнашҡан башҡорт ахуны Абдулла Дәүләтшиндың улдарының береһе булған. Ғилми форумдың модераторы Флүр Сибәғәтов сығыш яһаусыларға һәм ҡунаҡтарға бөтә республика өсөн әһәмиәтле форумда ҡатнашҡандары өсөн рәхмәт әйтте. Форумдың видеояҙмаһын Милли китапхананың сайтында ҡарарға мөмкин. Фото: Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһы.