Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Электроник мажаралары”ндағы игеҙәктәр ни өсөн башҡорт телен өйрәнә?

Юрий менән Владимир Торсуевтар Башҡортостандың Архангел һәм Белорет райондарында төшөрөлгән фильмда уйнай. Бының өсөн улар махсус рәүештә башҡорт телендә һөйләшергә һәм милли уйын ҡоралдары – думбыра менән ҡумыҙҙа уйнарға өйрәнә. “Ике туған” (“Два брата”) ҡыҫҡа метражлы фильмының режиссёры – Анна Макеева. Был проект Башҡортостан Башлығы Гранттары фондының кинематография өлкәһендәге махсус конкурсында еңгән. – Фильм аша ғаилә ҡиммәттәрен нығытырға, йәштәргә балалар үҫтереүҙең һәм тыуған ереңдә файҙалы кеше булып йәшәүҙең әһәмиәтен аңлатырға тырышабыҙ, – ти режиссёр. – Премьера августа көтөлә. Фильмды республиканың ҡала һәм райондарында 10 – 16 йәшлек мәктәп уҡыусыларына күрһәтәсәкбеҙ. Артабан кино фестивалдәренә ебәрергә уйлайбыҙ. Киң прокатҡа киләһе йылдың яҙында сыға. Игеҙәк Торсуевтар 1980 йылда экрандарға сыҡҡан “Электроник мажаралары” фильмы аша ҙур танылыу яулай. Үҙҙәре әйтеүенсә, СССР-ҙың төрлө төбәгенән көнөнә утыҙлаған хат алған саҡтары булған. Өйҙәге телефондары туҡтауһыҙ шылтырап торғас, ата-әсәһенә хатта бер нисә тапҡыр уның номерын алмаштырырға тура килгән. – “Ике туған” фильмы туғанлыҡ, ғаилә, изгелек, намыҫ, һөйөү кеүек изге төшөнсәләргә бағышланған, шуныһы менән күңелгә ятты, – тине Владимир Торсуев. Ул элек Электроникты уйнаған, ә хәҙер Илдус образын һынландыра. Бала сағында Сыроежкин булып уйнаған Юрий Торсуевҡа был юлы Әлим роле эләккән. – Башҡортостан тәбиғәтенә һоҡланып туя алмайбыҙ. Шул тәбиғәт ҡосағында йәшәгән ауыл халҡының да күңеле матур. Беҙҙе танып, бергә фотоға төшәләр, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын биреп ҡалырға ашығалар. Был аҙнала көндәр һыуытҡас, беҙгә йылы кейемдәр тәҡдим иттеләр, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты актёр. Фильмдың ҡуйыусы операторы – Рияз Исхаҡов, ҡуйыусы рәссамы – Әлиә Хансен, композиторы – Марат Татурас. Фото: "Яратҡан ғаилә" автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы һәм асыҡ сығанаҡтарҙан.