Найти в Дзене

Яңы проекттар ҡаралды

26 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы “Инвестсәғәт”те үткәрҙе. Унда иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарындағы яңы проекттарҙы ҡаранылар. Өфө районының Зубов ауылында мини-футбол менән шөғөлләнеү өсөн спорт комплексын төҙөү тураһында “Водалюкс” компанияһы директоры Илгиз Ғәзизов һөйләне. Инвестициялар күләме 105 миллион һум тәшкил итә. Комплексты асҡандан һуң биш эш урыны барлыҡҡа килә. Төбәктең Инвестициялар комитеты проектты хупланы. Өфө районы хакимиәте спорт объектын төҙөү өсөн ер биләмәһен алыуҙа булышлыҡ итәсәк. Кәңәшмәлә шулай уҡ Иглин районында йыл әйләнәһенә эшләйәсәк “Алмалар” этник-мәҙәни глэмпингы тураһында “Финанс Сервис” компанияһын ойоштороусы Евгений Исламов тәҡдим итте. Инвестор ер биләмәһен һайлаған һәм 2027 йыл аҙағына тиклем был майҙансыҡта 21 модулле тирмә, конференциялар үткәреү залы, ресторан, мунса һәм спорт майҙансыҡтарын ҡуймаҡсы. Был маҡсаттарға барлығы 94,4 миллион һум йүнәлтеләсәк. “РегионТоргПром” компанияһы генераль директоры тиҙ төҙөлә торған йорттар планы тураһында һөйләне. “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проекты тауарҙарына ҡараған “NE VODA” бренды аҫтындағы һут етештереүҙе арттырыу тураһында һөйләне. Инвестициялар күләме 230 миллион һум тәшкил итәсәк. “Инвестсәғәт”тә Башҡортостанда автомобилдәрҙе ҡыҫҡа ваҡытҡа ҡуртымға алыу тураһындағы проект та ҡаралды. Уны «Делимобиль» компанияһына нигеҙ һалыусы Винченцо Трани тәҡдим итте. -Бер нисә йыл элек Башҡортостанда тулы масштаблы бизнес асырға ҡарар иттек. Өфөлә халыҡ һаны даими арта. Был беҙҙең өсөн мөһим, әлбиттә. Кешеләрҙең уртаса кимәле лә арта, шул иҫәптән финанс йәһәттән дә. Һуңғы ваҡытта ҡала ярайһы ғына көслө үҫешә. Шуға күрә Башҡортостанға инвестиция прдукты менән килергә булдыҡ. Был – каршениг, транспорт инфраструктураһындағы инновациялар системаһы, - тип белдерҙе «Делимобиль» компанияһына нигеҙ һалыусы Винченцо Трани. – Рәсәйҙә беҙҙең баҙарҙағы өлөш – 52 процент. Төбәк бизнесының үҫеше өсөн әүҙем эшләйбеҙ, каршерингта яңы технологияларҙы файҙаланыуға тапшырыу менән әүҙем шөғөлләнәбеҙ. Башҡортостан Хөкүмәте күрһәткән ярҙам һөҙөмтәһендә бында тулы масштаблы эш башларға әҙербеҙ. 28-ендә асыу тантанаһы була, һәм 28-нән һуң делимобилдәр Өфө урамдарында буласаҡ. Башта 500 машина булһа, өс йыл эсендә улар һанын ике меңгә тиклем еткермәксебеҙ. “Транснефть – Урал” компанияһы генераль директоры Павел Кириллов төбәктә торбалар транспорты объекттарын төҙөү буйынса башланғыс тураһында тәҡдим итте. Инвестор ҡайһы бер объекттар буйынса эште башлаған. Инвестициялар күләме 8,2 миллиард һум тәшкил итәсәк. Сарала шулай уҡ “Өфө” халыҡ-ара аэропорты биләмәһендә ҡунаҡхана төҙөлөшө барышы ҡаралды. Уны “Стройтех” компанияһы тормошҡа ашыра. Былтыр уны күтәрә башланылар. Ярҙам булараҡ инвесторға һалым льготалары биреләсәк һәм инженер структураһына киткән сығымдар өлөшөн ҡаплаясаҡтар. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Инвестициялар комитетының киләһе кәңәшмәһендә был отелдең фасады эшләнмәһен күрһәтергә ҡушты. Сығанаҡ, фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/180035.html