Найти тему
Башҡортостан гәзите

“Журналистика оҫтаханаһы” йыйҙы

Бөгөн Баҡалы районында төньяҡ-көнбайыш журналистарының семинары башланды. Бүздәк, Баҡалы, Благовар, Шаран, Илеш, Кушнаренко, Саҡмағош райондарының гәзит редакциялары баш мөхәррирҙәре, журналистар, “Республика Башҡортостан” Нәшриәт йорто үҙәк аппараты хеҙмәткәрҙәре тармаҡтың көнүҙәк мәсьәләләре тураһында һөйләшергә һәм белемдәрен арттырырға йыйылды. Пленар өлөштә “Республика Башҡортостан” Нәшриәт йортоноң генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Рәсүл Сәфәрғәлиев, медиадиректор Ринат Шәйбәков һәм башҡалар сығыш яһаны. Предприятие етәкселәре журналистарҙы бүләкләне, эш өсөн махсуслаштырылған ҡорамал таратты, матбуғаттың киләсәге һәм экономик хәле тураһында һөйләне. Семинарҙа оҫталыҡ дәрестәре, төрлө секциялар ойошторолған, унда мәҡәләләргә дөрөҫ баш яҙыу, сифатлы фото һайлау, аудиторияның иғтибарын яулау, яһалма интеллект ҡулланыу һәм башҡа күп нәмәгә өйрәтәләр. Журналистарҙың семинары Башҡортостан Республикаһы Башлығының Гранттар фонды ярҙамында грант саралары иҫәбенә ойошторолған. #АНОРазвитие #ГрантыРБ #ФСГОРБ#смигранты2024 #МастерскаяЖурналистики