Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Тыныс халыҡҡа һөжүм итеүҙәре барыһын да тетрәндерҙе

23 июнь кисен Махачкала һәм Дербентта боевиктар православие сиркәүҙәренә һәм синагогтарына, полиция хеҙмәткәрҙәренә һөжүм итте. Теракт һөҙөмтәһендә 21 кеше һәләк булған, уларҙың 16-һы – полиция хеҙмәткәре. Тағы ла 46 кеше зыян күргән. Шулай уҡ ошо көндә Украинаның хәрби көстәре Севастополь ҡалаһына Америка тәьмин иткән ATACMS ракеталары менән һөжүм итте. Уның һөҙөмтәһендә дүрт кеше һәләк булған, шул иҫәптән ике бала, 153 кеше зыян күргән. Тыныс халыҡҡа һөжүм иткән енәйәтселәрҙең был аҙымы барыһын да тетрәндерҙе. Эльвира Айытҡолова, РФ Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе: – Бөтә ил менән ҡайғырабыҙ.. Һәләк булғандарҙың һәм зыян күргәндәрҙең ғаиләләренә – көс һәм ныҡлыҡ, террорсыларға ҡаршы торғандарға – мәңгелек дан, пляждан кешеләрҙе эвакуациялауҙа ярҙам иткәндәргә рәхмәт. Был хәлдәр ауыр һәм аяныслы, әммә беҙҙе ҡурҡыта, шул иҫәптән милли, дини, башҡа билдәләр аша бер ҡасан да талаштыра алмаясаҡтар. Беҙ – бер ҙур ил, хәҡиҡәт һәм Еңеү беҙҙеке буласаҡ. Тыныс халыҡты үлтереүселәргә бер ниндәй ҙә ярлыҡау юҡ. Бөтә мосолмандарға кеүек үк, миңә лә террорсыларҙың үҙҙәрен тағы ла дини ҡараштан аҡларға тырышыуынан бик ҡыйын. Ҡөрьәндә әйтелгәнсә, бола үлтереүҙән дә яманыраҡ, яңы ҡорбандар барлыҡҡа килһен өсөн, бөгөн илебеҙҙә уны тыуҙырырға тырышалар. Быға юл ҡуйылмаясаҡ, ә бындай кешелекһеҙ ғәмәлдәр артында торған һәр кем язанан ҡасып ҡотола алмаясаҡ. Римма Үтәшева, РФ Дәүләт Думаһы депутаты: – Йәкшәмбе көнө бер ғәйепһеҙ кешеләрҙең ғүмерен өҙгән ҡот осҡос фажиғәләр менән йәмһеҙләнде. Севастополь, Дағстан Республикаһы, бөтә ил һеҙҙең менән бергә ҡайғыра. Зыян күргәндәргә тиҙерәк һауығыуҙарын теләйем. Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе һәләк булғандар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡтан һуң башланды. Константин Толкачев, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе: – Украина хәрби көстәре террорсылары Севастополгә аяуһыҙ, ҡот осҡос һөжүм яһаны. Ял көндәрендә пляжда ял иткән кешеләргә, ғаиләләргә кассеталы боеприпастар менән һөжүм иттеләр. Балалар һәләк булды. Был ҙур ҡайғы. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай исеменән һәләк булғандарҙың туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам, бөтә яралыларҙың тиҙерәк һауығыуын теләйем. Был фажиғә махсус хәрби операцияның бөтә маҡсаттары ғәмәлгә ашырылырға тейешлеген раҫлаусы тағы бер дәлил булып тора. Рәсәй армияһы был терактты яуапһыҙ ҡалдырмаҫ, тип ышанам. Фото: vk.com/kbtolkachev